

Уҡытыусылар, класташтар менән күрешеү, мәктәп йылдарының иң күңелле мәлдәрен иҫкә алыу, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәү... Йәмле йәйҙең һуңғы көндәрендә Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһында урынлашҡан Күмертау 1-се һанлы интернат-мәктәбен 1970 йылда тамамлаған һабаҡташтар осрашты. Бынан 53 йыл элек мәктәп тупһаһын аша атлап сыҡҡан класташтар күңелле уҡыу йылдарын хәтергә алды, күңелдәре тулғансы һөйләште, сағыу хәтирәләре менән уртаҡлашты. Эйе, белем усағынан күптән таралышҡан, хәҙер инде етенсе тиҫтәһен ҡыуған олпат ағай-апайҙар Өфө, Стәрлемтамаҡ, Салауат ҡалаларында, Күгәрсен, Ейәнсура, Көйөргәҙе райондары ауылдарында һәм респуликаның башҡа төбәктәрендә ғүмер итәләр. Барыһы ла һөнәр алып, лайыҡлы ғүмер юлы үткән, тыуған иленә һәм республикаһына намыҫлы хеҙмәт иткән, матур донъялар ҡорған, балалар үҫтергән.
Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, тырышып уҡыуҙар, һуңғы ҡыңғырау – барыһы ла кисә генә булған кеүек... Тормошта үҙ урынын табып, матур ғүмер юлы үткән, хәҙер инде олпат ағай-апайҙарға әйләнгән класташтар үҙҙәренең класы тураһында “Тормош баҫҡыстары” тигән йыйынтыҡ та нәшер иткән. “Был йыйынтыҡ юҡҡа ғына “Тормош баҫҡыстары” тип аталмай. Һәр кешенең яҙмышы ошо тормош баҫҡыстарына бәйләнгән. Беҙгә, миңә һәм класташтарыма Маяҡ ҡасабаһының 1-се һанлы интернат мәктәбен 1970 йылда тамамлап, ҡулыбыҙға аттестат тотоп торған мәлдә, “Беренсе баҫҡысҡа мендек, беҙ ниндәй бәхетле! Тормошта беҙҙе тағы ла ниндәй баҫҡыстар көтә икән? Нисек үтербеҙ икән уларҙы? – тигән уйҙар борсой ине. Был китап биттәренән үтелгән тормош баҫҡыстарына күҙ һалып, һәр кемебеҙ тарихи осорға, йәмғиәттәге үҙгәрештәргә бәйләнгән тормош ваҡиғаларын, уңыштарҙы, юғалтыу-табыштарҙы барлай ала. Яңынан-яңы маҡсаттар, ҙур хыялдар менән йәшәй әле лә класташтар, шуныһы бик тә ҡыуаныслы! Йыйынтыҡтың файҙаһы беҙгә генә түгел, киләсәк быуынға ла ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр, тип уйлайым – беҙҙең балаларыбыҙ, бүлә-бүләсәрҙәребеҙ ҙә уҡып сығып, атай-әсәйҙәре, олатай-өләсәйҙәре менән ғорурланырҙар, үҙҙәренең тормошона фәһем алырҙар. Сөнки бик матур, һоҡланғыс тормош ҡорған һәр класташыбыҙ, беҙҙең класс, күңелдә йәшәүсе интернат- мәктәп беҙҙе юҡҡа үҫтермәгән, юҡҡа тәрбиәләмәгән“... тип яҙа йыйынтыҡтың авторы – педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, РФ-ның дөйөм белем биреү өлкәһе почетлы хеҙмәткәре Флорида Рәшит ҡыҙы Ғәликәева-Фәхретдинова. Китап сығарырға класташтары Рауил Әминев ярҙам итә, ул матди сығымдарҙы ҡаплай.