Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
1 Сентября 2023, 06:48

Һынамыштар

1 сентябрҙә ниндәй һауа торошо булһа – көҙ шундай булыр.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

Һынамыштар

*1 сентябрҙә ниндәй һауа торошо һаҡланһа – көҙ шундай булыр.

*Ағастарҙа ваҡытһыҙ һары япраҡтар күренһә, иртә көҙгә.

*Әбейҙәр сыуағында ҡанатлы ҡырмыҫҡалар күп булһа – көҙҙөң аяҙ һәм ҡыштың һалҡын булыуына.

* Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр.

* Сентябрь йылы, ҡоро икән, ҡыш һуңыраҡ килер.

* Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа - алда һыуыҡ ҡыш көтөлә.

* Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар күплеккә, аҫтан йөрөһәләр - ҡыштың оҙонлоғона.

* Был айҙа ҡар күренһә, артабан ҡырҡ көн аяҙ торор.

* Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын килер.

* Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.

* 18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.

* Әгәр көҙ ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ – иртә, аҫтан һарғайһа – һуң килер.

*Үрмәксе ауҙары үҫемлектәр буйынса һуҙылһа – йылыға.

*Миләш емеше күп булһа, көҙ ямғырлы, аҙ булһа – ҡоро була. 

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас