Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
31 Август 2023, 05:45

Хәрби частан ҡасҡан һалдат үҙенә ҡул һалған

Нуғай шоссеһында граната шартлатырға йыйынған ир СИЗО камераһында үҙенә ҡул һалған.

Хәрби частан ҡасҡан һалдат үҙенә ҡул һалғанХәрби частан ҡасҡан һалдат үҙенә ҡул һалған
Хәрби частан ҡасҡан һалдат үҙенә ҡул һалған

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе Олег Ғәлин “Башинформ” агентлығына был хәлдең кисә булғанын һөйләгән. Ул камерала япа-яңғыҙы булған. Әле тикшереү бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби хеҙмәткәр Илдар Б. 2 августа Өфө янындағы Нуғай шоссеһында яғыулыҡ ҡойоу станцияларында граната шартлатыу менән янаны. Ул көндө Нуғай ауылына тиклем хәрәкәт ябылды, ғәйәт ҙур тығын барлыҡҡа килде.

Урынға ирҙең саҡырыуы буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы. Уның менән һөйләшкәндән һуң Илдар хоҡуҡ һаҡсыларына бирелде, шартлатҡыс ҡоролманы Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙылар. Билдәле булыуынса, бынан алда ир үҙ белдеге менән хәрби частан киткән һәм уға ҡарата енәйәт эше асылған. Тикшереү барышында уны Өфөгә ҡайтарған булалар, тик ул ҡасҡан.

11 августа Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы баш ҡаланың тәфтиш изоляторында Илдар янында булды. Олег Ғәлин һүҙҙәренсә, МХО-ла ҡатнашыусы булараҡ ҡулға алынған кеше комиссияға үҙендә онкология булыу-булмауын асыҡлау өсөн медицина экспертизаһын үткәреү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткән.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас