Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
30 Август 2023, 11:10

Кәрәкле һәм хөрмәтле һөнәр

 Әҙәм балалары ғына түгел, бөтә тере йән эйәләре кемдеңдер ҡайғыртыуына мохтаж. Көн дә мал араһында булған, ашы ла, эше лә шуға бәйле ауыл халҡы быны айырыуса яҡшы белә. Малы кәйефһеҙләнеп торһа ла, һыйыры быҙаулай алмай аҙапланһа ла хужаның тыныслығы китә. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында саҡырыу буйынса килеп, мал-тыуарҙы дауалап, хайуандар сәләмәтлеген генә түгел, кешеләр именлеген дә ҡайғыртыусы мал табибы бигерәк тә ауылда алмаштырғыһыҙ һөнәр эйәһе. Күгәрсен ауылында тыуып үҫеп, тыуған ауылында ғүмер итеүсе Хәлил Ислам улы Искәндәров та үҙенең 35 йылдан ашыу ғүмерен ошо яуаплы ла, изге лә, кәрәкле лә һөнәргә арнаған.

Кәрәкле һәм хөрмәтле һөнәрКәрәкле һәм хөрмәтле һөнәр
Кәрәкле һәм хөрмәтле һөнәр

Ҡайҙа тыуған – шунда ереккән

 Хәлил Искәндәров күркәмлеге, йәмлелеге менән башҡа ауылдарҙан айырылып торған, егәрле һәм уңған халҡы менән тирә-яҡҡа дан ҡаҙанған Күгәрсен ауылында 5 бала араһында иң төпсөгө булып донъяға килә. Ауыл мәктәбен тамамлағас, төҙөүсе булырға хыялы булһа ла,  иң төпсөк бала булараҡ, ата-әсәһен тәрбиәләү бурысы алдында торғанын иҫәпкә алып, ауыл еренә кәрәкле һөнәр алырға ҡарар итә - Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә. Әрме хеҙмәтен Улан-Удэ ҡалаһында үтеп, ҡулына диплом алып ҡайтҡан йәш белгес 1987 йылда “Октябрь” совхозында ветеринар булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1991 йылда хәҙер инде тәжрибә туплаған, эштең бөтә нескәлектәрен белгән белгес Мораҡ ветеринария дауаханаһына күсә. Хәлил Ислам улы үҙенең хеҙмәттәше менән Мәҡсүт зонаһына ҡараған 22 ауылды хеҙмәтләндерә.

- Ике кеше эшләнек. Ул саҡта совхоздарҙа мал күп ине, ауыл малы өсөн дә беҙ яуаплы булдыҡ. Мал-тыуар ауырыуҙарын диагностикалау, йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы профилактик саралар үткәреү, алынған продукцияның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм башҡа бурыстарҙы теүәл, еренә- еткереп үтәй торғайныҡ, - тип хәтер ебен һүтә әңгәмәсем. Ҡышмы, йәйме – йылдың ниндәй генә миҙгеле, тәүлектең ҡайһы ғына ваҡыты булмаһын,  резина итектәр кейеп, ат егеп йә мотоциклға ултырып, улар ферма юлдарын тапай. Ләкин уларҙың эше күмәк хужалыҡ малдарын ҡарау менән генә сикләнмәй. Ауылда шәхси хужалыҡта ауырып киткән мал-тыуарға ярҙам күрһәтеүен һорап килеүсе хужаларҙы ла кире бормайҙар. “Һә” тигәнсе өҫтөн алмаштырып, тиҙерәк ярҙамға ашығалар.  Һөнәре яуаплы, ауыр булһа ла, эшен яратып башҡарған, эштең асылын аңлаған, 40 йылға яҡын стажы булған тәжрибәле  белгескә  эштең ауырлығы һиҙелмәй ҙә.

 Хәлил Ислам улы 10 йыл Мораҡ ветеринария дауаханаһына етәкселек итә. Коллектив менән дауахана алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәйҙәр. Һаулығы ҡаҡшап китеү сәбәпле, Хәлил ағайға бер аҙ дауаланып алырға ла тура килә. Аллаға шөкөр, иҫән-имен йүнәлеп, тағы ла яңы дәрт менән үҙенең яратҡан эшенә тотона ул. Әле Хәлил Ислам улы Мәҡсүт участка ветеринария фельдшеры булып хеҙмәт итә.

- Участкаға 20-нән ашыу ауыл ҡарай, беҙ - 4 кеше ошо ауылдар өсөн яуаплыбыҙ. Хайуандарҙы йоғошло һәм йоғошло булмаған ауырыуҙарҙан һаҡлау, мал продукттарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, район территорияһына республика сиктәренән төрлө ауырыуҙар индермәүҙе булдырмау кеүек мөһим мәсьәләләр һалынған беҙҙең хеҙмәткә. Эштең тейешле дәрәжәлә ойошторолоуы һөҙөмтәһендә районда эпизоотик хәл имен. Беҙҙең территорияла совхоздар юҡ, фермер хужалыҡтары менән эшләйбеҙ һәм ауыл халҡы малдарын хеҙмәтләндерәбеҙ.

 Ауылда хәҙер рәхәтләнеп эшләргә, йәшәргә була. Һыуы, газы юлдары – барыһы ла бар. Эшләү өсөн шарттар ҙа хәҙер күпкә яҡшыраҡ. Форсаттан файҙаланып, бергә эшләгән егеттәргә, етәксебеҙ Илгиз Низаметдин улына рәхмәт әйтеп китергә ине. Бер-беребеҙҙе аңлап эшләйбеҙ, - ти ул.Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен ветеринария тармағына бағышлаған мал табибы үҙ белгәндәрен йәштәр менән уртаҡлаша. Тәжрибәле, үҙ эшен яратып башҡарған фельдшерҙы халыҡ та, етәкселек тә хөрмәт итә, уға ышана. Хәлил Ислам улының шундай булыуын хеҙмәт юлы дауамында алған бер ҡосаҡ Маҡтау грамоталары, “Башҡортостан Республикаһында ветеринария өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” түш билдәһе иҫбатлап тора.

Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә

 Хәлил ағай бәхетен ситтә эҙләмәй, үҙ ауылының сибәр ҡыҙҙарының береһе Фәйрүзә Барый ҡыҙында таба. Улар 1989 йылда өйләнешә һәм Күгәрсен ауылында төпләнә. Хәлил ағайҙың тормош юлдашы, инде 30 йылдан ашыу ғүмер ептәрен бергә-бергә һүтеүсе иң яҡын кешеһе Фәйрүзә Барый ҡыҙы һөнәре буйынса уҡытыусы, Күгәрсен урта мәктәбендә бына инде нисәмә тиҫтә йылдар башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй, кескәйҙәрҙе уҡырға, яҙырға өйрәтә.

 Йәштәр төпсөк бала ата-әсә нигеҙендә ҡалырға тейеш тигән, боронғо йоланы тотоп Хәлил ағайҙың ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Донъяларына нур өҫтәп, ғаиләләрен нығытып, бер-бер артлы Илфат, Флүзә, Илгиздәре тыуа, Хәлил ағай менән Фәйрүзә апай төп эшендә лә тырышып эшләй, донъяһын да көтә, балаларын да ҡарай, ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашып йөрөргә лә ваҡыт таба.

- Йәш саҡтар бигерәк күңелле булды. Ауылдарҙың гөрләп торған сағы, йәштәр күп. Көндөҙҙәрен эштә йөрөйбөҙ, кистәрен спектаклдәр әҙерләп, ауыл халҡына төрлө тамашалар тәҡдим итәбеҙ. Үҙебеҙҙең ауылда ғына ҡуймайбыҙ, күрше ауылдарға, хатта Ейәнсура районының Һүрәм Күгәрсененә гастролгә барып ҡайта торғайныҡ. Аҙаҡ улар беҙгә килә, - тип күңелле хәтирәләре менән уртаҡлашты ул.

 “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, “Ат –тешенән, егет эшенән билдәле”,  тип тырыш ир-егеттәр тураһында халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән! Хәлил ағай ата-әсә йортон матурлап, төҙөкләндереп алһа ла, өр яңы йорт һалыу теләге күңеленә бер ҙә тынғылыҡ бирмәй. Эшләргә теләге, дәрте, дарманы булған, иң мөһиме, ҡулынан был эш килгән ирҙең һүҙе бер була. Күҙҙең яуын алырлыҡ күркәм, иркен һәм мөһабәт йорт күтәреп тә ҡуя. Уларҙың йорто Күгәрсен ауылына үҙе бер йәм биреп ултыра. Донъялары нурлы, ҡотло, үҙҙәре күркәм тормошо, матур итеп донъя көтөүе, тәрбиәле балалар үҫтереүе, ауыл йәшәйеше өсөн янып-көйөүе менән башҡаларҙа ихтирам тойғоһо уятып, күптәрҙе һоҡландырып, көнләштереп, бәрәкәтле тормош алып барған өлгөлө ғаиләләрҙең береһе.

 Етеш тормош – тырышлыҡ емеше. Эшләйем тигән кешегә ауылда булһынмы, ҡалаламы, бөтә мөмкинлектәр бар, - ти әңгәмәсем. - Иң мөһиме һаулыҡ булһын, ҡулдар эшләп, аяҡ йүгереп торһон!

 Бөгөн Искәндровтарҙың ҡураһында ун баш эре мал бар, йыл да күпләп ҡош-ҡорт та алалар, умарта ла тоталар.

Фәйрүзә менән Хәлил Искәндәровтарҙың нурлы  донъяһы хужа менән хужабикәнең ҡул­дарының йылыһын тойоп, оҙаҡ йылдар балҡып торһон!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас