Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2023, 05:15

Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыласаҡ

Дүрт метр бейеклектәге һәйкәлде баш ҡаланың Ленин паркындағы ике фонтан араһында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы алдында ҡуйыу планлаштырыла.

Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыласаҡӨфөлә Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыласаҡ
Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыласаҡ

 

«РБК-Уфа» порталы хәбәр итеүенсә, беренсе Президентҡа һәйкәл ҡуйыу дәүләт экспертизаһы тарафынан хупланған. Дүрт метр бейеклектәге һәйкәлде баш ҡаланың Ленин паркындағы ике фонтан араһында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы алдында ҡуйыу планлаштырыла.

«М. Ғ. Рәхимовтың бронза һәйкәле майҙан уртаһында ике баҫҡыслы гранит постаментта урынлашасаҡ. Уның артында монументаль ҡоролма, байраҡ ҡуйыласаҡ, мансур граниты башҡорт биҙәктәре менән биҙәләсәк», — тигән аңлатма бирелә һәйкәлдең проектында.

Мемориалды Мәскәү скульпторы, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков эшләр тип көтөлә.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас