Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
21 Август 2023, 07:11

Иҫерек килеш руль артына ултырған водитель ҡулға алынған

Өфөлә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ял көндәрендә 700 автоһәүәҫкәрҙе тикшергән

Иҫерек килеш руль артына ултырған водитель ҡулға алынғанИҫерек килеш руль артына ултырған водитель ҡулға алынған
Иҫерек килеш руль артына ултырған водитель ҡулға алынған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы бүлеге хеҙмәткәрҙәре юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре өлкәһендәге административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән рейдтар барышында 700-ҙән ашыу автоһәүәҫкәрҙе тикшергән. 

«Тикшереүҙәр барышында 113 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлде. Иҫерек килеш руль артына ултырған 9 водитель ҡулға алынды», — тип хәбәр итәләр «Башинформ»ға ведомствонан.

Автор:
Читайте нас