

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға барып еткән. Көслө дауыл һөҙөмтәһендә Благовар үҙәк район дауаханаһы, "Россгострах" бинаһы, Тыныслыҡ урамындағы ике ҡатлы күп фатирлы йорт һәм тағы ла бер нисә объекттың ҡыйыҡтарына ҙур зыян килә.
Йәрәхәтләнгән, һәләк булыусылар юҡ, әле урында ҡотҡарыусылар эшләй, ти ведомство вәкилдәре.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш министрлығы.