Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2023, 11:54

"Греция" ҡабымлығы

- Фасоль - 1 кг.- Башлы һуған - 0.5 кг.- Кишер - 0.5 кг.- Борос, болгарский - 0.5 кг.- Помидор - 2 кг.- Шәкәр ҡомо - 0.5 стакан- Тоҙ - 1.5 аш ҡалағы- Көнбағыш майы - 250 г.- Ҡыҙыл әсе борос - 1-2 шт.- Һарымһаҡ - 3 баш ( эреләр)- Аш һеркәһе 70% - 1 сәй ҡалағы.

"Греция" ҡабымлығы"Греция" ҡабымлығы
"Греция" ҡабымлығы

Әҙерләү:

1. Фасолде бешереп алабыҙ.
2. Һуғанды яртышар түңәрәкләп турап майҙа ҡурып алабыҙ.
3. Помидор м-н боросто түңәрәкләп турайбыҙ.
4. Кәстрүлгә фасоль, һуған, помидор, борос, тоҙ шәкәр,май һалабыҙ.
5. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 30 минут бешереп алабыҙ.
6. Бешеп сығыр алдынан 5 минут ҡалғанда, әсе борос, туралған һарымһаҡ һәм аш һеркәһен өҫтәйбеҙ.
7. Әҙер булған салатты банкыларға һалып, ҡапҡастарын ябып, һыуынғанса төрөп ҡуябыҙ. 

Автор:
Читайте нас