

Был көндө береһенән-береһе матур Бикес ҡыҙҙары тыуып үҫкән ерендә әхирәттәре, дуҫтары, туғандары менән осрашты.
Сара сиктәрендә ҡунаҡтар ауыл мәсетенә инеп, ил-йорт именлегенә бағышлап доға ҡылды, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарын иҫкә алып сәскәләр һалды.
Тәбиғәт ҡосағында байрамса биҙәлгән сәхнә шат тауыштарға күмелде. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған байрамға оло йәштәге инәй-өләсәйҙәр ҙә, еңгәйҙәр ҙә, ситкә китмәй ауылда ҡалып, бынамын итеп донъя көтөп ятҡан ҡыҙҙар ҙа, ауылды төйәк иткән килендәр ҙә талпынып килде.
Осрашыуҙар, аралашыуҙар, бала саҡ, йәшлек хәтирәләре менән үрелеп барған сарала шулай уҡ ауыл халҡы таланттарының, Өфө ҡалаһынан килгән “Ләйсән” ансамбленең йырҙары яңғыраны, дәртле бейеүҙәре менән байытылды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Бикес ауылы егетенең әсәһе – Резеда Рәмил ҡыҙы улының ғәҙел һәм намыҫлы хәрби хеҙмәте өсөн район хакимиәте башлығы рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Әйткәндәй, Резеда апайҙың улы яңыраҡ ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтып киткән.
Байрамдан һәр кем дәртләнеп, хәтирәләрен яңыртып, тыуған еренән көс һәм рух алып ҡайтты.