Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Август 2023, 05:37

Ҡортлаған тауыҡ менән һатыу иткәндәр

Салауаттағы «Ярмарка» магазины ҡортлаған тауыҡ менән һатыу иткән, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы.

Ҡортлаған тауыҡ менән һатыу иткәндәрҠортлаған тауыҡ менән һатыу иткәндәр
Ҡортлаған тауыҡ менән һатыу иткәндәр

Билдәле булыуынса, бер ир ир супермаркеттан тауыҡ һатып ала. Ул тауыҡтың итен ашай башлай һәм тәмләп ҡарарға улын саҡыра. Малай тәмләп өлгөрмәй, сөнки иттә ваҡ ҡына ҡорттарҙы күреп ҡала.

Ведомство белгестәре күсмә тикшереү үткәргән һәм был продукцияны магазин кәштәһендә тапмаған. Сауҙа нөктәһе хакимиәте ҡалған партияны үҙаллы һатыуҙан алған

Шуға ҡарамаҫтан, «Весна» ЯСЙ-һына санитар ҡануниәттең мотлаҡ талаптарын боҙоуға юл ҡуймау тураһында иҫкәртеү яһаған.

Автор:
Читайте нас