

“Әсәлек даны” миҙалы эйәһе Гөлнур Зәбир ҡыҙы тамырҙары менән серле Бөрйән еренән. Ҡотан ауылында биш ҡыҙ тәрбиәләнгән эшһөйәр ғаиләлә үҫеп, Ырғыҙлы ауылы мәктәбендә уҡып ҡанат нығыта. Икенсе яртыһын ул йәмле май айында, Бикбулат ауылына килен булып төшөп төпләнгән апайҙарына ҡунаҡҡа килгән мәлендә осрата. Тәүәккәл, ҡыйыу йөрәкле Әмир Хәйервара улы шул уҡ йәйҙә уны һоратып бара, ә көҙгөһөн улар туй гөрләтә.
Хәҙер инде матур парҙың бергә-бергә татыу ғүмер кисереүенә утыҙ йылдан ашыу ваҡыт аҡҡан. Әмир Хәйервара улының Күгәрсен эске эштәр бүлегендә водитель һөнәрен намыҫ менән башҡарып хаҡлы ялға сығыуына дүрт йыл булған, булдыҡлы ир һаман да себерҙә вахта менән эшләүен дауам итеп, яратҡан һөнәренә тоғро ҡала. Ә хәләл ефете – алтын ҡуллы уңған хужабикә. Һаман да балалары, өс ейән-ейәнсәре өсөн йән атып тороусы Баймырҙиндар күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә.
Балаларының тәүге икәүһе хәҙер күптән ғаиләле, тормошта үҙ бәхетен тапҡан. Айнур менән Ибраһим да абруйлы һөнәр үҙләштергән. Ун һигеҙен туйлаған Наҙгөлдәре һәр эштә әсәһенең рухи терәге. Ә алтынсыһы, кинйәләре Илназ быйыл Мораҡ башҡорт гимназияһының етенсе класына бара. Йылғыр ҙа, шуҡ та үҫмер бер спорт ярышынан ситтә ҡалмай.
Бер-береһенә булған саф хистәргә, йәшлек мөхәббәтенә тоғро ҡалып, үҙҙәре наҙлап үҫтергән балаларына ныҡлы терәк булып, күркәм булмыштары менән Мораҡ ауылына йәм биреп, ҡот өҫтәп йәшәй Гөлнур һәм Әмир Баймырҙиндар.
Тулыраҡ яҙмабыҙҙы баҫманың 31-се һанынан уҡырға мөмкин.