Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2023, 05:13

Бөрйәнгә сәйәхәт

Берәй ергә тәүге тапҡыр барып, аяҡ баҫып, йөҙәр йыллыҡ ағастарына бер кем менән дә бүлешеп булмаған серҙәреңде һөйләп, япраҡтарының шыбырҙауынан нимә әйтергә теләүҙәрен аңларға тырышҡандай ҡосаҡлап, ғорур тауҙарының бейеклегенә, мөһаббәт һынлы ҡаяларына хайран ҡалып ашып, көмөштәй йылғаларын, көҙгөләй күлдәрен кисеп, көс йыйып ҡайтҡандан һуң күңелдә шул ерҙәрҙән дә гүзәлерәк ер булыуы мөмкин түгелдер тигән уйҙар тыуа торғайны.          Ә бына, тиҫтәләрсә меңәр йылдар элек беҙҙең ошо ерҙәрҙә көн иткән тәү бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған, ҡаяларына охра менән төшөрөлгән рәсемдәр менән бар донъяға танылыу алған Шүлгән - Таш мәмерйәһендә Урал батырҙың, Аҡбуҙаттың рухтары менән һуғарылып, боронғолоҡтоң эсенә сумып, кинәнеп, яйлап йөрөп ҡайтырға тигән хыялым күптән бар ине.          Ниһәйәт, был хыялым тормошҡа ашты. Йәйҙең матур бер көнөндә Бөрйән районы тарафтарына улымдың ғаиләһе менән юл тоттоҡ. Мораҡты сығыу менән ҡосағын асып ҡаршы алған иҫ киткес гүзәл тәбиғәт беҙҙе Шүлгәнташҡа ҡәҙәр оҙатып барҙы.


         Иң тәүге туҡталышыбыҙ - Йылҡысыҡҡан күле. Ейәндәргә Урал батыр, Һомай, Аҡбуҙат тураһында һөйләп, Аҡбуҙатҡа ҡуйылған һәйкәл менән һоҡланып, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек. Беҙҙе бик ҡунаҡсыл ҡаршы алды. Ҡайҙа ҡарама матурлыҡ, яғымлылыҡ бөркөлөп тора.
         Беренсе көнөбөҙҙө музей - экскурсия комплексына арнаныҡ. Балалар һәм фән экспедициялары стоянкаһы, солоҡ умарталар күргәҙмәһе, "Бал ҡорто урманы", "Шүлгән - Таш" музейҙары, мамонт һыны менән " Палеолит стоянкаһы " менән танышып, Ағиҙел йылғаһы күренеше менән һоҡланып баҫып торғандан һуң мәмерйәгә үттек. Экскурсоводтан үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуаптар алдыҡ. Боронғо рәсемдәр һаҡланған, икенсе этаждағы төп залға үтеү мөмкинселеге булмаһа ла, экскурсия бик фәһемле булды.
Фитобарҙа бөрйән балы менән тәмләп сәй эсеп алғас бик ҡәнәғәт булып базаға ҡайттыҡ.
         Икенсе көнөбөҙҙә планыбыҙ буйынса былтыр ғына асылған музейҙы ҡарау ине. Ул музей тураһында ниндәй генә һүҙҙәр менән һөйләһәң дә һөйләп аңлатып булмаҫ, барып күрергә кәрәк.
         Ә өсөнсө көнөбөҙ инде иң - иңе булғандыр. Ағиҙел буйлап катамарандарҙа ағып төшөү. Ҡуҙғалып китеү урынына килеү менән беҙҙе сюрприз көтә ине, беҙҙең менән бергә ағыусы икенсе катамаранда Мораҡ ауылында йәшәүсе туғаныбыҙ Илшат һәм Альбиналар булып сыҡты. Ул ғына ла түгел беҙҙе оҙата барыусы инструкторыбыҙ күптән түгел генә Армия сафтарынан ҡайтып, бында эшкә кергән бик ипле генә Дамир исемле егет үҙебеҙҙең Яңауылдан икән. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла үҙ кешеләр.
         Оҙатыусы егетебеҙҙең юлда осраған ҡаялар, урындар менән бәйле ваҡиғаларын, тарихтарын тыңлап килә торғас, көнөбөҙҙөң үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Антон ҡаяһы янында туҡтап, тәмле аштар менән һыйланып ҡайтырға сыҡтыҡ.
         Был юлы сәйәхәтемдән бөтөнләй икенсе төрлө тәьҫораттар менән ҡайттым. Һәм һәр бер башҡорт үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла, ошо өс көн эсендә беҙ үткән маршрутты үтеп ҡарарға тейештер тигән һығымта яһаным.
         Бик күп ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштыҡ. Беҙҙең барған ваҡыт шуныһы менән дә иҫтәлекле, ул көн Шүлгән - Таш ҡурсаулығы туристар һаны буйынса тарихи рекорд ҡуйған. Бер көн эсендә 1823 килеүсе булған икән.
         Беҙ тиңе булмаған бөйөк рухи ҡомартҡылы - эпослы һәм уның менән бәйле ошо көнгә ҡәҙәр һаҡланған урындарыбыҙ булыуы менән бик бәхетле халыҡ. Беҙ бының менән ғорурланырға тейешбеҙ һәм һаҡларға, яҡларға, киләсәк быуынға ошо килеш тапшырырға бурыслыбыҙ.  

***
"Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын..."

                            (халыҡ йырынан)

Илһамланып йәйге ай нурынан
Яңғыҙ гиҙәм Иҙел ярҙарын.
Күңел моңға тулған.

Һайлап һуҙам
Яйлап ҡына халҡым йырҙарын.

"Ағиҙел ҡаты аға
Ҡибла шәрифкә табан..."


Аҡ Иҙелкәй, тулҡындарың һаман
Ҡиблаларға ҡарап юл ала,
"Ағамы һуң ҡаты?" һорауҙарым
Аҡ тулҡынға ҡунып юғала.

"Ағиҙел аҡмайҙыр,
Аҡыҡ һалһаң батмайҙыр..."


Иҙелкәйем, аҡыҡ таштай булып,
Аҡ таштарың уйнай аҡланып.
Һай, был башҡорт, йырҙар һала белгән!
Өр яңы хис тыуа һоҡланып.

Йырлай йырлай йәйге айлы кистә
Аҡ Иҙелдең кисәм һыуҙарын.
Талғын ғына аға йылға.

Аға...
Ҡуша аға әллә уйҙарым?..


Аҡ йылға
Аҡ йылғаны кистем, һыуын эстем,
Аҡ йырҙарын отоп көйләнем.
Аҡлыҡтарҙан күңел пакланһын тип,
Эс серемде сисеп һөйләнем.

Аҡ юлдарҙы быуған аҡ ҡаялар
Көс- ғәйрәтен биреп кирелде.
Тауҙар тишеп сыҡҡан аҡ шишмәләр
Аҡ сәләмдәр менән үрелде.

Ағиҙелкәй - беҙҙең аҡ йылғаҡай,
Аҡ бөркөүсе изге Уралға,
Йән биреүсе, йәм биреүсе булып
Башҡорт ерен ҡосоп уралған.

Гөлкәй ИСМӘҒИЛЕВА.   

Моҡас ауылы.

Фото.

Бөрйәнгә сәйәхәт
Бөрйәнгә сәйәхәт
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас