Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Август 2023, 07:21

Хаҡлы ялдағылар әүҙем тормош алып барһын өсөн

Ошо көндәрҙә үҙәк район китапханаһында “Әүҙем тулҡында” проектының презентацияһы уҙғарылды.

Хаҡлы ялдағылар әүҙем тормош алып барһын өсөнХаҡлы ялдағылар әүҙем тормош алып барһын өсөн
Хаҡлы ялдағылар әүҙем тормош алып барһын өсөн

“Әүҙем тулҡында” тип исемләнгән пенсия йәшендәге граждандарҙың физик әүҙемлеген күтәреүгә йүнәлтелгән проект үҙәк район китапханаһы базаһында спорт менән шөғөлләнеү өсөн урын булдырыуға ҡайтып ҡала. Шулай уҡ Президент гранттары фондынан бүленгән аҡсаға ете төр тренажер алынған һәм китапханаға урынлаштырылған. Проект буйынса Мораҡ үҙәк район дауаханаһы менән берлектә өлкән йәштәгеләр йыш ауырыған сирҙәрҙе профилактикалау буйынса саралар: һәр кемдең һаулыҡ мөмкинлегенә ҡарап дауалау-профилактик күнекмәләр комплексы, скандинав атлау, фитотерапия, табип-терапевт ҡатнашлығында лекциялар, Мораҡтағы “Бөркөт” стадионында ярыштар уҙғарыу ниәтләнә.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас