

“Зәңгәр береттар” һәм район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, етәкселәр Дан аллеяһында “мәңгелек ут”ҡа, аҙаҡ локаль һуғыштарҙа шәһит киткән ил улдарының исемдәре уйылған һәйкәлгә сәскә һалды.
Үҙ Ватанына тоғро ҡалып, ҡанлы бәрелештәрҙә һәләк булған батырҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Элиталы ғәскәрҙәрҙә әрме сафын үткән, кәрәк саҡта утҡа ингән егеттәр һәр саҡ тыуған иленә тоғро хеҙмәт итте, хеҙмәт итә һәм итәсәк! Был һүҙҙәр тантаналы сарала бөгөн йыш яңғыраны.