Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2023, 10:50

Батыр яугирҙар – һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә

Үткән шәмбе Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт йортонда “Тыуған ил һаҡсылары тураһында хәтер” исемле китаптың исем туйы үтте. Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллыҡ юбилейына арналған китаптың авторы - Ейәнсура районы уҙаманы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Миҙхәт Аҫылбаев. Афған һуғышында беҙҙең яҡташтар ҙа ҡатнаша. Шуларҙың береһе - Нурислам Ишаринға был ҡанлы юлды үтергә тура килә. 

Батыр яугирҙар – һәр саҡ беҙҙең хәтерҙәБатыр яугирҙар – һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә
Батыр яугирҙар – һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә

Ишарин Нурислам Әмирйән улы 1962 йылдың 18 сентябрендә районыбыҙҙың Дүңгәүер ауылында донъяға килә. Уның бала сағы, үҫмер йылдары Үзбәкстандың Бохара ҡалаһында уҙа. Нурислам мәктәптә яҡшы уҡый, тәртипле уҡыусылар рәтендә була. Ә өйҙә берҙән-бер ҡустыһы Рөстәмгә таяныс, әсәһенә ныҡлы терәк булып үҫә. Кескенәнән атай наҙынан, атай яҡлауынан мәхрүм ҡалған егет бәләкәстән донъя йөгөн үҙ елкәһендә күтәрергә өйрәнә. Тәбиғәтте ярата, уға ғашиҡ егет тик шунда ғына күңел тыныслығы, күңел күтәренкелеге таба ала. Мәктәпте тамамлағас, Нурислам Павловка һөнәрселек техник училищеһына уҡырға инә. Унда “Урман хужалығы мастеры” һөнәренә эйә була. Диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын урман ҡурсаулығыда башлай. Ошо йылдарҙа Нурислам бөйөк инглиз натуралисы Джеральд Даррелл менән таныша һәм уның менән ғүмере буйы бәйләнеш тотоп йәшәй.

 Әрме хеҙмәтен ул ҡанлы һуғыш барған Афғанстан ерендә үтә. Ул йылдар тураһында һөйләргә яратмаһа ла, бергә хеҙмәт иткән, утты-һыуҙы бергә кискән хәрби дуҫтары менән бер туғандай ҡатнашып, осрашып йәшәне ул.

 Әрме хеҙмәтен үтәп тыуған яғына ҡайтҡас, хеҙмәттәштәре уға үҙен хәрби өлкәлә һынап ҡарарға тәҡдим итәләр. Үҙенең дә йөрәк түрендә шундай татлы хыялы булғандыр, күрәһең, Нурислам ике уйлап тормай Мәскәү ҡалаһына КГБ юғары мәктәбенә юллана.

 Ул йылдарҙа был уҡыу йортона инеү бик әҙҙәргә генә эләгә. Барлыҡ һынауҙарҙы үтеп, йөҙ кеше араһынан хәрби мәктәп курсанты булып китеү бәхетенә эйә була Нурислам. Уҡыған осорҙа ул үҙенә ышаныслы, яҡын дуҫтар таба.

 Ул саҡта яҙмыш уға күпме һынау әҙерләп ҡуйғанын белмәй әле ул. 18 йәшендә генә Афған һуғышының һалҡынында өшөп, һаман да йөрәгендә йөрөткән яралары ҡанһыраған егетте тағы ла ҡыҙыу нөктәгә – Чечен еренә ебәрәләр. Ул ваҡытта Нурислам ғаиләле була. Яратҡан ҡатыны Әлфиәне һәм ҡыҙҙары Таңсулпан менән Айгөлдө һағынып, улар өсөн янып-көйөп уҙған көндәренә бүләк булып осрашыу сәғәттәре көтөп тора уны. Чечнянан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, Ишариндар ғаиләһе Күмертау ҡалаһына күсә. Нурисламдың хеҙмәт юлы шунда дауам итә. 2009 йылда уға тағы тыныслыҡ булмаған төбәккә – Ингушетияға хеҙмәткә барырға тәҡдим итәләр. Ғаиләһен Төньяҡ Осетияның Алания ҡалаһында ҡалдырып, Магас ҡалаһында хеҙмәтен дауам итә ул.

 2015 йылда контракт хеҙмәтен дауам итергә күпме генә өгөтләһәләр ҙә, тыуған яҡ һауаһына, тыуған ер һыуына һыуһаған Ишариндар ғаиләһе Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә ҡайтып төпләнә. Нисәмә йылдар буйы хәрби хеҙмәттә йөрөгән 55 йәшлек ир-уҙаманы Нурислам Әмирйән улы үҙен, бар наҙ-һөйөүен ғаиләһенә бағышлай. Ҡыҙҙарын оло тормош юлына сығарырға хыялланып, яҡты киләсәккә матур маҡсаттар ҡороп йәшәй башлай. Тик тыныс тормошта рәхәтләнеп йәшәргә насип булмай шул уға, 60 йәше тулыуға бер-нисә ай ғына ҡалғанда ғына яҡты донъя менән хушлашып, яҡындарын мәңгелеккә ташлап китә.

 “Нурислам бар көсөн, бар йөрәген биреп эшләне, гел ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итте, бөтә нәмәне лә үҙ көсө менән тапты, үҙ көсө менән ябай һалдаттан подполковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелде, ғаиләбеҙҙе һәр саҡ етеш тормошта йәшәтте. Ҡыҙҙарыбыҙҙы юғары уҡыу йорттарында уҡытыр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырҙы. Минең өсөн яратҡан ир, ныҡлы терәк, ҡыҙҙарыбыҙға яратҡан атай була белде”, - тип ғорурланып та, моңланып та иҫкә ала уның ҡатыны.

 Хеҙмәттәштәре лә уны аҡыллы, ғәҙел, намыҫлы офицер, шул уҡ ваҡытта ипле, изге күңелле, йомарт кеше итеп иҫкә алалар.

 Бар ғүмерен, йәшлеген хәрби хеҙмәткә бағышлаған, шул уҡ ваҡытта яҡшы туған, ысын дуҫ була белгән, күркәм ғаилә төҙөгән, әсәһенә - ҙур терәк, таяныс, бер туған ҡустыһы Рөстәмгә ағай ҙа, атай ҙа булған, ҡалған йыраҡ та, яҡын да туғандарына күңел йылыһын йәлләмәгән офицер Нурислам Ишарин – йәш быуынға оло үрнәк.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас