Мораҙым
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2023, 16:45

Һауынсыларға һәйкәл ҡуйырлыҡ

Иң ауыр эштәрҙең береһе ул - һауынсы! Уҙған быуатта был эш бигерәк тә ауыр булғанын оло инәй-апайҙар яҡшы хәтерләйҙер.  “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән почетлы исемен йөрөткән Фәрәһиә Вәлитова был эшкә байтаҡ ғүмерен арнай.

Һауынсыларға һәйкәл ҡуйырлыҡ
Һауынсыларға һәйкәл ҡуйырлыҡ

 Фәрәһиә апай Күгәрсен һөт-тауар фермаһында 37 йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә уға район партия комитетының, район Советы башҡарма комитетының, ВЛКСМ-дың, “Октябрь” совхозы дирекцияһының һәм профкомының маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырыла.

 1997-2005 йылдарҙа Фәрәһиә Әҙһәм ҡыҙы һөт һауыу буйынса район чемпионы була һәм хеҙмәт ярышы йомғаҡтары буйынса малсылар араһында һәр ваҡыт призлы урындар яулай.

 Юғары етештереү күрһәткестәре, ауыл хужалығында намыҫлы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн республика Президенты М.Ғ.Рәхимовтың 2000 йылдың 6 ғинуарындағы Указы менән уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән почетлы исем бирелә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: