

Синыфташтары Рәмзиә апай Искәндәрова осрашыу үткәрәйек, тигәс, дәррәү күтәреп алған улар.
- Бер ҡараһаң, олпатланып, өлкәнәйеп киткән атай, әсәйҙәр, ҡартай – өләсәйҙәрбеҙ, бер ҡараһаң, һаман да шул сыр-сыу килеп йөрөгән, шат-шаталаҡ ҡыҙҙар - егеттәрбеҙ икән, - ти Хәлимә апай.
Әйткәндәй, иҫтәлектәр яҙылған көндәлеген дә һаҡлаған ул. Осрашыуға шуны алып барып, һәр береһенең үҙенә төбәп яҙған изге теләктәрен, уй - кисерештәрен уҡып, әхирәттәрен уйҙарҙа ғына булһа ла мәктәп йылдарына кире алып ҡайтҡан.