Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Июля 2023, 10:40

Алһыу йөҙлө Алйөҙөм

"Уны миңә халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Зәйнәб Биишева үҙе бүләк итте. Хатта автографын да ҡуйҙы. Уҡып ҡара әле, “Алйөҙөмгә З.Биишеванан. Бәхет теләйем! 1976 йыл” тип яҙылған. Уның миңә “исемең бигерәк үҙенсәлекле” тип әйткәне лә иҫемдә. Беҙ, район халҡы, уның менән осрашыуға йыйылғайныҡ. Үҙе бер хәтирә булды.."

Алһыу йөҙлө АлйөҙөмАлһыу йөҙлө Алйөҙөм
Алһыу йөҙлө Алйөҙөм

Баллап-майлап, ҡоймаҡлап йома сәйен эсеп туйғас, яттан белгән доғаларын иҫкә төшөрөп, бер-береһенә матур теләктәрен теләп, “амин” тотҡан ике әхирәт - 79 йәшлек Вәлимә менән 66 йәшлек Алйөҙөм китап ҡараштыра башланы. Дини китаптарҙың инде иҫкерә төшкән берәүһенә күҙе төштө Вәлимә инәйҙең:

- Алйөҙөм, был ниндәй китап ул?

- Уҡып ҡара һуң. Уны миңә халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Зәйнәб Биишева үҙе бүләк итте. Хатта автографын да ҡуйҙы. Уҡып ҡара әле, “Алйөҙөмгә З.Биишеванан. Бәхет теләйем! 1976 йыл” тип яҙылған. Уның миңә “исемең бигерәк үҙенсәлекле” тип әйткәне лә иҫемдә. Беҙ, район халҡы, уның менән осрашыуға йыйылғайныҡ. Үҙе бер хәтирә булды.

- Дә, әхирәт! Был китабыңды музейға тапшырһаң да була инде.

- Тапшырырмын тип уйлайым үҙем дә.

- Йә, Алйөҙөм, теге ваҡыт телефондан “ен күрҙем” тип көлә инең. Ысын күрһәң, бер ҙә көлкөң килмәҫ ине әле, нисек булды?

- Эйе шул, һиңә һөйләргә онотоп торам, әйкәйем. Шулай төндә бер тына йоҡлап алғас, ни эшләптер тороп ултырҙым. Тышта ҡараңғы төн, ай ҙа юҡ. Тәҙрәгә ҡарай ҡуйҙым. Күҙемә бер ут шәлкеме сағылғандай булды. Уны-быны уйлап тормай, ныҡлабыраҡ күҙәтә башланым. Ут-күҙҙән ҡурҡып (кистән мунса яҡҡан инек), соланға сыҡтым. Солан тәҙрәһенән ҡарайым, теге ут күсеп йөрөгән кеүек: мин уңға күсһәм, ул да уңда, мин һулға шылһам, ул да һулға шыла. Ни уйларға ла белмәйем. Хәҙер көлкө лә ул, ул ваҡытта көлөү ҡайғыһы юҡ ине миндә.

 Янғын-маҙар түгеллегенә инанғас, ипләп кенә ишекте асам, белгән доғаларымды иҫкә төшөрәм, тик ниңәлер үҙем бөж-мөж киләм.

 Көл, әйҙә, көл! Бер нисә “матур” һүҙҙе лә иҫкә төшөрөп алдым. Бындай һүҙҙән ен-пәрей ҡаса, ти бит! Киттем теге ут сығанағын тикшерергә. Барһам, әйкәйем, был фонарь булып сыҡты... Балалар ҡояш энергияһынан яҡтыра торған нәмәне унда ҡалдырып киткәндәр, тип кем уйлаһын инде. Ул нәмә ни, көнө буйы ҡояштан көс алып тороп, төндә яҡтырып маташа икән.

 Ә һин, Вәлимә, солан тәҙрәңде ни өсөн ватҡаныңды һөйләрмен тигән инең. Хәҙер һиңә сират.

- Нисек? Мин һиңә уны һаман һөйләмәнемме ни әле? Нисек түҙеп йөрөнөм икән? Ҡыш булды был хәл. Мунса яғып инәйем әле тип, яғып ебәрҙем тегене. Өлгөргәс, киттем таҫтамалымды ҡыҫтырып. Бер үҙем йәшәгәс, ишекте бикләп сыҡтым. Оҙаҡ ҡына йыуындым. Халатты эләктереп, бишмәтемде яурынға элеп, ҡайта һалып ял итәйем тип, ашығып килеп ишекте асайым тиһәм, кеҫәмдә асҡыс юҡ. Әллә өй эсендә ҡалған, әллә юлда төшөрөп ҡалдырғанмын... Мунса юлынан аҙ-маҙ эҙләштерҙем дә ул, юҡ инде: әллә ер, әллә ҡар йотҡан. Ни эшләргә?

 Күршегә керһәм, унда барып еткәнсе һыуыҡ тейә. Ишекте лә барыбер асырға кәрәк. Башҡа әмәл юҡ. Тупһала ятҡан тасты әйләндереп баҫтым да, терһәгем менән тәҙрәнең ҙур күҙәнәгенә төрттөм. Ватылмай маташа быяла. Тағын нығыраҡ тондорғайным, селтер-селтер килеп ватылды. Кеше ишетһә, әллә ни уйлар инде, тим үҙем. Ни булһа ла булыр тип, эскә үрмәләнем.

- Туҡта, туҡта, эскә башың менән барып төшөрмөн тип уйламаныңмы?

- Уйланым, уйламаған ҡайҙа ул?! Ундай саҡта баш шәп эшләй бит! Эстә гөл ултыртып йөрөгән бәләкәс эскәмйә торған булған. Шул эскәмйәгә тотоноп төштөм.

- Вәт әй, һине ситтән күҙәтеп торһам, эсем ҡатып көлөр инем.

- Ярай, кешегә һөйләй күрмә тағы. Әллә нимә тип аштырып һөйләрҙәр. Өйгә инһәм, асҡысым бәләкәй өҫтәлдә ята. Ә ишектәге йоҙаҡ япһаң үҙе бикләнә торған ине. Йылы кейем кейеп алып, соландағы, тупһалағы быяла ватыҡтарын һепереп алып түктем. Кеше күреп ҡалып, әллә нимә тип уйлай күрмәһен, тинем. Һиңә һөйләмәй түҙә алманым инде. Бына шулай, әхирәт, донъяла ниндәй генә хәлдәргә тарырға тура килмәй.

Мәғәфиә ЯУБАҪАРОВА.

Мораҡ ауылы.

 Фото интернеттан алынды.

 

Автор:
Читайте нас