

Ауылдың 260 йыллығын байрам иткән көндө форсаттан файҙаланып, 1980 йылғы сығарылыш егет-ҡыҙҙары бергә йыйылды. Ошо сарала булғандарҙың әйтеүенсә, был осрашыуҙың ниндәй ҙур йылылыҡ менән үткәнен һүҙҙәр менән генә һөйләп аңлатырлыҡ түгел! Бер парта артында ултырған, бер һуҡмаҡтан йөрөгән, бала саҡты, үҫмер осорон бергә үткәргән һабаҡташтар шул тиклем ҡәҙерле бит ул!!!
Был апай-ағайҙарға киләсәктә күп тапҡырҙар осрашырға насип булһын! Был осрашыу тураһындағы хәтирәләр йылдар уҙғас та, матур йыр кеүек күңелдәрҙе йылытып, нурландырып торһон!!!