

Уларҙың тәүге икәүһе оҙаҡ йылдар Күгәрсен, өсөнсөһө Мәҡсүт фермаһында эшләй. Әлеге көндә был һөнәргә Арыҫлан Ғәмиров ҡына тоғро, ул “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй һәм 60-тан ашыу һыйыр һауа.
Ғәзинур ағай Хәйбуллин Күгәрсен ауылында тыуып үҫкән.
2000 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ.Рәхимов Указы менән Ғәзинур Миңлебай уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Әйткәндәй, уның ҡатыны Фәнүзә апай ҙа ире менән бергә 30 йылдан ашыу һөт-тауар фермаһында һауынсы булып эшләй.
Хәйбуллиндар бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтергән. Хәҙер инде улар дүрт ейән һәм өс ейәнсәргә олатай-өләсәй, ҡартай-ҡәрсәй.