

Һуғыш башланғанда уға 3 йәш кенә була.
Бәләкәйҙән тырыш, егәрле ҡыҙ 1959 йылдаНуҡай ауылына килен булып төш - яҙмышы ябай колхозсы егеткә – Сәғитйән Йомабай улына бәйләнә.
Егәрле була йәш килен. Өс баланы ҡарап-тәрбиәләп, колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр-картуф, көнбағыш утап та өлгөрә. Һуңынан 17 йылдан ашыу ауыл мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләп, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға.
Бергә 60 йылдан ашыу татыу ғүмер кисереп, ике улын, ҡыҙын уҡытып, уларға гөрләтеп туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарғандар.
Бер йыл самаһы элек Сәғитйән бабай баҡыйлыҡҡа күскән. Сәмәрә инәй был ҡайғыны сабыр кисергән. Уға тыныс ҡартлыҡ кисереп, балаларына, ейә-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, оҙаҡ йәшәргә яҙһын!