

Хеҙмәт эйәһе – хөрмәт эйәһе, тиҙәр бит. Коллегалары араһында ихтирамлы, алдынғы ҡарашлы һөнәр эйәһе күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн мәктәп администрацияһының, район мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
2012 йылда район мәктәптәре китапханасылары араһында үткәрелгән “Педагог – китапханасы” конкурсында 1-се урын ала. 2015 йылда ошондай уҡ ярышта йәнә призлы урынға лайыҡ була. 2021 йылда үткәрелгән конкурста тағы ла еңеү яулай һәм төбәк-ара үткән ярышта ҡатнаша.