

Сәйетҡол ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Ураҡай ауылында ғүмер кисергән ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, ҡәрсәйем Мәжитова Айгөл Урал ҡыҙын алтын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, беҙҙең өсөн һин донъяла иң ҡәҙерле кеше! Беҙ һине бик яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Һәр ваҡыт әлегеләй көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл һәм оло йөрәкле булып ҡал. Һин яныбыҙҙа булғанда беҙ тыныс, яҡлаулы, ҡурсаулы.
Теләктәрең уң, барыр юлдарың оҙон, тормош күгең аяҙ, күңелең һәр ваҡыт тыныс, донъяларың түңәрәк, ҡулдарың бәрәкәтле, эштәрең уңышлы, һаулығың ныҡ, бәхетең тулы, атаһы таңдарың һәр ваҡыт нурлы, яҡты, донъяң имен булһын. Был донъяның барлыҡ ҡыуаныстарын татып, тормоштан йәм һәм мәғәнә табып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Хоҙай һине көс-ҡеүәттән айырмаһын! Киләсәктә лә тыуған йортобоҙҙоң ҡото, беҙҙең терәгебеҙ булып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәреңдең ҡыуанысында, хөрмәтендә генә йәшәргә яҙһын.
Ғүмереңдең матур мәле әле,
Кинәнеп тә йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барһын саптарың.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Кәрим, балаларың Айҙар, Дилбәр, Ғәзим, киленең Миләүшә, кейәүең Виталий, ейәнең Нур.