

Рауза Мөтиғулла ҡыҙы Мусина 1957 йылдың 15 декабрендә Мораҙым ауылында донъяға килгән, тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң Күмертау 1-се интернат-мәктәбендә урта белем ала.
1983 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Тәүҙә Дәүләкән районында, артабан Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо уҡ ҡалала йәкшәмбе мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әлеге көндә хаҡлы ялда. Буш ваҡытын ғаиләһенә, ижадҡа бағышлай.
Яр Саллы ҡалаһында милләттәштәребеҙҙе бергә туплаған “Шоңҡар” башҡорт ойошмаһы ветераны, “Аманат” тип аталған әҙәби түңәрәк ағзаһы һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты ла ул. Яр Саллы ҡалаһында Башҡорт телен һөйөүселәр клубын, ағинәйҙәр төркөмөн етәкләй.
Әсәһе Зөһрә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Вәхитова (1923-2017) Мораҙым ауылында тыуып үҫкән, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән. Атаһы Мөтиғулла Закир улы Вәхитов (1917- 1968) Йылайыр районының Суйынсы Сулпан ауылынан, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул беҙҙең райондың “Искра” совхозында эшләгән.
Ҡырҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй, гүзәл тәбиғәтле Мораҙымын һәр ваҡыт күңел түрендә һаҡлай Рауза апай.