Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2023, 12:15

Тыуған яҡ сәләмен тапшырҙылар

Ошо көндәрҙә райондан яугирҙарыбыҙға сираттағы ярҙам ебәрелде. Был юлы Мөғин Нагаев исемендәге Башҡорт артиллерия дивизионында хеҙмәт итеүсе Күгәрсен егеттәре тыуған яҡ сәләмдәрен алды.

Тыуған яҡ сәләмен тапшырҙыларТыуған яҡ сәләмен тапшырҙылар
Тыуған яҡ сәләмен тапшырҙылар

Гуманитар йөктө әҙерләгәндә егеттәребеҙҙең үтенесе иҫәпкә алынған. Хәрбиҙәргә бензогенераторҙар, принтерҙар, шуруповерттар, фонарҙар, балталар, көрәктәр, кувалдалар, бысҡылар, ҡаҙауҙар, газ плиталары һәм баллондары, шәхси гигиена саралары, медикаменттар, аҙыҡ-түлек, туғандары һәм яҡындарынан шәхси посылкалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тапшырылған.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас