Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2023, 12:20

Рухи яҡтан көслө улар!

Белорет районында терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар араһында спорт туризмы буйынса республика ярыштарында беҙҙең район вәкилдәре лә ҡатнашты һәм еңеү яулап, чемпион исемен алып  ҡайтты.

Рухи яҡтан көслө улар!Рухи яҡтан көслө улар!
Рухи яҡтан көслө улар!

Район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Гөлшат Киленбаева һөйләүенсә, 200-ҙән ашыу спортсынан торған  24 команда өс көн дауамында йәйәүле туризм, спорт ориентиры, һыу туризмы һәм велотуризм техникаһы буйынса үҙҙәренең оҫталығын күрһәткән.

 Быға тиклем дә төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, ҙур тәжрибә туплаған егет-ҡыҙҙарыбыҙ был юлы ла һынатмаған. Зинира Кибиткина велотуризм буйынса ярыштарҙа 1-се урын алған. Радмил Солтанморатов менән Николай Кибиткин спорт ориентиры буйынса еңеү яулаған. Любовь Яцук, Гөлшат Киленбаева, Николай Кибиткин һәм Радмила Солтанморатовтарҙан торған команда йәйәүлеләр туризмы техникаһы буйынса 3-сө урынға сыҡҡан. Һыу дистанцияһында ла команда яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән.

 Бөтә ярыш йомғаҡтары буйынса Күгәрсен районы командаһы спорт туризмы буйынса республика ярыштары чемпионы исеменә лайыҡ булған.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас