

Хөрмәтле өлкәндәр! Һыуҙағы балалар фажиғәләренең 30 проценты - был мәлдә эргәләрендә булған ата-әсәләрҙең уларҙы һыу ингәндә ҡарауһыҙ ҡалдырыуы.
70 проценты - балалар өлкәндәрһеҙ һыу ятҡылыҡтарына үҙаллы барғанда . Яңғыҙ Балаларҙың үҙҙәрен генә һыу объекттарына ебәрмәгеҙ, шулай уҡ һыу ятҡылыҡтары эргәһендә ял иткәндә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Иң мөһиме - балаларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ!
Һыу ятҡылыҡтарындағы бәхетһеҙлек осраҡтары һыу инеүселәр менән тгенә түгел, шулай уҡ төрлө йөҙөү әйберҙәрендә йөҙөргә теләгәндәр менән дә булыуы мөмкин.
10 июлдә Нөгөш һыу һаҡлағысында гидроциклға тағылған тюбинг катер менән бәрелешә. Был фажиғәлә егерме ике йәшлек егет һәләк булған.
Быйылғы һыу инеү миҙгелендә һыуҙа үлем осраҡтарының 62 проценттан ашыуы йылғаларҙа теркәлгән. Йышыраҡ Ағиҙел, Өфө һәм Ашҡаҙар йылғаларында батып үләләр. Һыу объекттарында кешеләрҙең һәләк булыу статистикаһын анализлауҙан түбәндәгеләр күренә:
1) Һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтарының күбеһе көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 9-ға тиклем була; 2) Һыуға сумыр алдынан батып үлгәндәрҙең 70 проценттан ашыуы спиртлы эсемлектәр эскән;
3) Һәләк булыусыларҙың 100 проценты ошо маҡсат өсөн йыһазландырылмаған урындарҙа һыу ингән. Таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инеүҙән тыйылып торорға саҡырам. Унда көслө һыу ағымдары, өйрөлтмәктәр, тәрән соҡорҙар, һалҡын шишмәләр сыҡҡан урындар булырға мөмкин. Һыу төбөнөң ниндәй икәнлеген белмәгән урындарҙа суммағыҙ: ташҡа бәрелеүегеҙ йәиһә торбаларға төртөлөүөгеҙ бар.
Эскән килеш йәки яңғыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәгеҙ, йылғаны йәки һыу ятҡылығын йөҙөп сығырға тырышмағыҙ, үҙегеҙҙең көсөгөҙҙө һәм мөмкинлектәрегеҙҙе артыҡ баһаламағыҙ. Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ!
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Һыуҙа үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре уларҙың үтәлмәүе арҡаһында һәләк булғандарҙың әсәйҙәре һәм туғандарының әсе күҙ йәштәре менән һуғарылған. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Һыу объекттарында һәр ваҡыт хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ! Яҡындарығыҙға һәм яҡын-тирәләгеләргә уларҙы боҙорға юл ҡуйығыҙ! Үҙебеҙҙе һәм балаларыбыҙҙы һыуҙағы фажиғәләрҙән тик бергәләп кенә һаҡлай алабыҙ!