- Тәҙрәгеҙҙе фольга менән ҡаплағыҙ. Был бинаны сағыу ҡояш нурҙарынан һаҡлауҙың иҫке һәм ябай ысулдарының береһе. Фольга ҡояшты сағылдыра һәм фатирҙа температураны кәметергә ярҙам итә.
- Тәҙрәгә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы плёнкалар йәбештерегеҙ. Фольг урынына хәҙер заманса вариант - яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы махсус плёнкалар бар.
- Өйөгөҙҙө һыуытыр өсөн вентиляторҙың эргәһенә боҙло шешәләр ҡуйығыҙ. Бының өсөн пластик шешәләргә һыу һалып, туңһын өсөн һыуытҡысҡа һалығыҙ. Шунан һуң шешәләрҙе вентилятор янына ҡуйығыҙ. Аш бүлмәһе мөйөшөнә вентилятор ҡуйығыҙ һәм уны тәҙрәнән ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлтегеҙ.
- Әгәр кондиционер булмаһа, ҡорғандарҙы, жалюзиларҙы файҙаланығыҙ. Яҡты ҡояш яҡтыһы бүлмәгә эләкһә, бинаның температураһын 10 градусҡа тиклем күтәрергә мөмкин, шуға күрә тәҙрә пәрҙәләрен ябырға кәрәк - иртәнге сәғәттәрҙә, ҡормаларҙы мотлаҡ ябығыҙ. Был кәңәш айырыуса тәҙрәләре көньяҡҡа ҡарағандар өсөн көнүҙәк.
- Тәҙрәне иртән, урамдағы һауа фатирға ҡарағанда һалҡыныраҡ булған саҡта ғына асырға кәрәк. Йәки быны эҫе төшкән мәлдә - киске сәғәт ундан һуң эшләргә.
- Тәҙрә ҡорғандарына һыу бөркөргә лә була.
- Газ һәм электр плиталарын һирәк тоҡандырығыҙ.
- Өйөгөҙҙә иҙәндәрҙе һыуыҡ һыу менән йышыраҡ һөртөп, йыуып алығыҙ.
Һеҙгә тын алыуы еңелерәк булыр, сөнки һауала саң аҙыраҡ булыр.
- Һәм, әлбиттә, һыуҙы йышыраҡ эсегеҙ. Автор: Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.