Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Июль 2023, 03:00

Оло ихтирамға лайыҡ инәй

Хөмәйрә инәй Хөсәйенова йәмле, матур Сапыҡ ауылында тыуып үҫкән. Бар ғүмере  тыуған яғы менән бәйле уның...

Оло ихтирамға лайыҡ инәйОло ихтирамға лайыҡ инәй
Оло ихтирамға лайыҡ инәй

 Тормош иптәшен дә тыуған ерендә осратҡан: күрше егеткә  кейәүгә сығып, уның менән матур ғүмер кисергән.

 Ете балаға ғүмер биргән Хөмәйрә инәй.

Бала ҡайғыһы ла күрергә тура килгән уға: Фәйрүзә  ҡыҙы был донъянан бик иртә киткән. Был ҡайғыны оло сабырлыҡ менән үткәргән. .

  Тормош иптәше лә иртә киткәс, бирешмәгән, балаларына бауыр баҫҡан. Олоғайғас, Гөлсәсәк исемле ҡыҙы уны үҙ янына алған.

 Инәй ошо көндәрҙә үҙенең 95 йәшен билдәләй. Уны оло ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас