

Үрге Һаҙ ауылы ҡыҙы Филүзә менән Дәүләтҡол ауылында тыуып үҫкән Таһир 26 йыл элек сәстәрен-сәскә бәйләгән.
Улар өс бала үҫтергән. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, баш ҡалала эшләп йөрөгән Ләйсән ҡыҙҙары ошо көндәрҙә Мораҡ егете Инсаф менән законлы никахҡа инә. Улдары Рамаҙан армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, әле Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетында белем ала, төпсөктәре Айзилә быйыл Мораҡ башҡорт гимназияһының 8-се класын тамамлаған.
Таһир бына инде оҙаҡ йылдар Күгәрсен урмансылығында эшләй.
Филүзә апаруҡ ваҡыт З.Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбендә балаларға белем биргән. Әлеге көндә опека һәм попечителлек хеҙмәтендә эшләй, I категориялы белгес.
Мал, ҡош-ҡорт аҫрап, бал ҡорто тотоп, үҙ көстәре менән тырышып донъя көтә Солтановтар.