Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Июль 2023, 03:00

59 йыл бергә!

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә район ЗАГС бүлегендә бик матур сара – оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән күркәм парҙарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Иртөбәк ауыл биләмәһенең Ялсы ауылында йәшәүсе Хәтирә һәм Хәҙә Хәлитовтарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырҙылды.  

59 йыл бергә!59 йыл бергә!
59 йыл бергә!

Район Советы секретары Руслан Әхмәров, Ғаилә үҙәге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айгөл Килсенбаева юбилярҙарға үҙҙәренең иң изге теләктәрен еткерҙе. Район мәҙәниәт һарайы йырсыһы Зөлфиә Илмөхәмәтова матур йыр бүләк итте.

 Хәлитовтар 1964 йылда никахтарын теркәгән. Хәҙә ағай  “Сеятель” колхозында механизатор, һуңынан бер нисә йыл бригадир булып эшләгән, ә Хәтирә Солтан ҡыҙы Ялсы һөт-тауар фермаһында һыйыр һауған. Матур пар 5 бала үҫтергән.

Автор: Гөлназ Сәйетбатталова.

А.Ғәҙелшин фотолары.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас