

Был автоуҙыш Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөнә арнап һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға теләктәшлек белдереп, ойошторолған.
Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Өфө ҡалаһынан юлға сыҡты һәм Ҡырмыҫҡалы, Асҡар, Аҡъяр, Иҫәнғол ауылдарында, Межгорье, Учалы, Белорет, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында булып, 1 июлдә Аҡъяр ауылында Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөн үткәреүҙә һәм Йылайырҙа Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәр ветерандары слетында ҡатнаша. 2 июлдә акцияла ҡатнашыусылар Мораҡ ауылына килде.