

Дәүләт автоинспекцияһы 1936 йылдың 3 июлендә барлыҡҡа килә. Ул йылдарҙа инспекцияның төп бурыстары - аварияларға ҡаршы көрәш, транспортты иҫәпкә алыу, шоферҙарҙы әҙерләүҙе һәм тәрбиәләүҙе контролдә тотоу була. Утыҙынсы йылдар аҙағында Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан “СССР ҡалалары һәм юлдары буйлап хәрәкәт итеүҙең мөһим ҡағиҙәләре” әҙерләнә. Бер аҙҙан илебеҙ юлдарында транспорт һаны артыу менән бәйле айырым бүлексәләр асыу кәрәклеге асыҡлана. Шулай итеп, юл-патруль хеҙмәте, транспорт сараларын теркәү, техник тикшереү, хәрәкәтте ойоштороу, водителдәрҙән имтихандар ҡабул итеү бүлектәре барлыҡҡа килә.