

Уларға беренсе урын бирелде лә инде.
Райондағы берҙән-бер ир-егет һауынсы Арыҫлан Ғамиров икенсе урын яуланы.
Икеһе лә 12-шәр мәрәй йыйған Ольга Атаманенко менән Людмила Феофанова өсөнсө урынға лайыҡ тип табылды. Любовь Ионова, Әнисә Семенова, Энжелина Гусева һәм Миңниса Дәүләтҡолова уларҙан саҡ ҡына ҡалышты. Еңеүселәр һәм призерҙар район хакимиәтенең маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр, ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Гүзәл Мөфтәхетдинова быйыл июль башында Иглин районының “АгроТех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә машина менән һауыу операторҙарының 45-се республика конкурсына барасаҡ.
А.Казаков фотолары.