

Кисә республикабыҙҙың барлыҡ урта мәктәптәрендә шаулап-гөрләп сығарылыш кисәләре уҙҙы. Шул иҫәптән беҙҙең Мораҡ Башҡорт гимназияһы, Мораҡ 1-се, Йомағужа 1-се һәм 2-се, Теләүембәт, Хоҙайбирҙин, Воскресенск урта мәктәптәре үҙҙәренең 90 ҡошсоғон оло тормош юлына осорҙо.
Үтә лә тулҡынландырғыс был көн уҡыусыларҙың ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренең дә күңелендә мәңгелеккә ҡалыр!
Аҡ юл һеҙгә, егеттәр һәм ҡыҙҙар!
#выпускник2022 #кугарчинскийрайон #күгәрсенрайоны