

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге, район ветерандар советы ойошторған сарала ҡатнашыусылар һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә шәмдәр ҡабыҙҙы, уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Күгәрсен тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейының Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Хәрби юлдаштарым” экспозицияһында һәр кем һалдат менән бергә һуғыш яландары буйлап үткән музей экспонаттарын - яугирҙарҙың шәхси әйберҙәрен, фотоһүрәттәрен, документтарын, наградаларын үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарай алды. Ошонда уҡ килеүселәргә “Улар Еңеү менән ҡайтты”, “Хәтер” китаптарынан үҙҙәренең һалдаттары хаҡында мәғлүмәт табыу мөмкинлеге бирелде.