

Унда район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, БР Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе Мансаф Низаҡаев, Украинала барған махсус хәрби опреацияла ҡатнашыусы яугир, етәкселәр, хеҙмәт коллективтары ҡатнашты.
Район имам-мөхтәсибе Рәсүл Янбаев менән протоиерий Алексий уҡыған аят-доғалар мәрхүм булған барлыҡ яугирҙарҙың һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең яҡты рухына бағышланды.
БР Хәрби комиссариатының Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссары Ришат Әминов та был һуғыштың ниндәй ҙур афәт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ҡан менән яуланған тыныс тормошто һаҡларға саҡырҙы.