

Өйгә оло ҡайғы килде. Ил ҡайғыһы менән бындай ҡайғыны бер үҙең генә күтәреп йөрөтөрлөк түгел икәнен Мөршиҙә яҡшы аңлай. Почтальон Ғәйшә апай ауылдың урамынан былай ҙа ниҙер урлап тотолған бесәй шикелле ситләтеп үтергә тырыша. Шатлыҡ хаттары менән бергә ҡайһы бер өйҙәргә ингән ҡара ҡағыҙҙар ҙа уның да йөрәген өтә торғандыр. Ана бит, ай ярым элек биргән шул ҡағыҙҙы Мөршиҙә лә әсәһенә күрһәтеүҙән ҡасып йөрөй. Күңелендә көс таба алмағанлыҡтан һаман да был ҡағыҙ унын усын бешерә. Ниндәй ағаһы үлгән бит! Ә бәлки дөрөҫ тә түгелдер? Бына-бына хат килер ҙә, әсәй белмәй ҙә ҡалыр. Сабыр итергә кәрәк. Үҙе уҡымышлы, нефтяник булған Сәхиулла ағаһы бит! Әсәһе лә бөтә өмөтөн ошо ике таянысына, оло улдарына бағлай ине. Ярай әле уҡытыусы ағаһы иҫән. Ул бит билдәле Карауанһарайҙа уҡыған! Ошо арала ниңәлер унан да хаттар юҡ. Осрашҡан һайын почтальон апайға ҡарап башын эйә Мөршиҙә.
- Һаман күрһәтмәнеңме ни, ҡағыҙҙы? Мин һине яҡшы уҡыған ҡыҙ булғас ҡыйыуһындыр тиһәм? Ииих, нишләргә? Кире алһам, ниңә ваҡытында бирмәнең, тиерҙәр! Юҡ, юҡ шул Ғиззәт ағайындан бер сәләм дә... Бәлки берәй алыҫ, хат йөрөмәҫ ерҙәлер...
Мөршиҙә тағы ла хәсрәткә күмелеп колхоз эшенә югерә. Шулай итеп йәй ҙә үтеп бара. Ураҡ өҫтө, бөтә эш ҡатын-ҡыҙ, үҫмер бала-саға ҡулында. “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән лозунг клубҡа ингән ерҙә ҡаршылаһа, колхоз идаралығында “Алға, Еңеүҙәргә” саҡырыуы өмөткә күмә. “Байраҡ” колхозында ла ҡул көсө етешмәй, шулай ҙа халыҡ бар хәленсә һуғыш нужаһын егелеп тарта. Аслы-туҡлы булһалар ҙа, тик киләсәккә өмөт менән һәр кем йәшәй.
Әсәһе Алмабикә лә һөйләнә:
- Ҡуй инде, икеһе лә китте лә юғалды! Сәләмдәре лә юҡ. Һуңғы хатын уҡы әле баштан!
Хатты күптән яттан бөтәһе лә белһә лә, әсәйҙең күңелен берәү ҙә төшөрмәй...
“Иҫәнме, ҡәҙерле әсәйем! Минең яратҡан һылыуым, мыртыйым! Һеҙгә һалдат сәләмдәре менән Сәхиулла тип белерһеғеҙ. Әҙерәк шартлау тауыштары тымғанда, окопта һеҙгә хат яҙам. Ваҡыт бик тар. Әлегә теремен, әсәй! Сталинград янында ҡаты һуғышта беҙ. Иртәгә ни булыр, билдәһеҙ. Гел генә алғы сафтабыҙ! Тыуған илебеҙ, Атайсалыбыҙ өсөн үҙебеҙҙе һис кенә лә йәлләмәйбеҙ.Әсәй, әгәр иҫән ҡайта алмаһам, һинең беҙҙе ошо тиклем тырышып, белем алырға һалған көсөн йәл булыр инде. Һиңә, туғандарға таяныс булырға яҙһын ине. Ғиззәттән хат бармы? Ярай, һау булығыҙ, мине саҡыралар...”
Хаттан һуң бер аҙ тынлыҡ. Әсәй кеше ҡытыршыланып бөткән ҡулдарына хатты алып күкрәгенә ҡыҫа. Был ваҡытта белһәгеҙ икән Мөршиҙәгә нисек ауыр. Үҙе саҡ йөрөгән әсәйҙе сәпсим дә аяҡтан йыҡһалар нишләргә һуң? Тамаҡҡа ла аш бармай, көндәр буйы хәсрәт өҫтөндә йөрөлә. Үсләшкән кеүек иртәнән былай һайыҫҡан да шыҡырыҡлай, өй тирәһендә осоп йөрөй. Белеп бөткән ул, насар хәбәр йөрөтә. Бәхетһеҙгә, ваҡытһыҙ тиеүҙәре шулдыр. Атаһы ла һуғыш алдынан үлде лә китте. Яр аҫтынан яу сығып ҡына тора ла баһа... Был әсе һуғышы ла, урҙа кеүек ағайҙарын йыйҙы ла алды. Мөршиҙә ашыҡ-бошоҡ ашаны ла, тиҙ генә иген яланына, ураҡ урырға йүгерҙе. Ҡулына һис кенә лә эш бармай шул. Әхирәте Зарифаға; “Хәҙер киләм, ағайымдан хат килергә, тейеш,”- тине лә ауылға йүгерҙе. Өйҙәренә яҡынлашҡан һайын, йөрәге сығырҙай булып типте, башы әйләнде уның. Күҙҙәре соландың ярыҡ тәҙрәһенә төштө. Ниңәлер һағайып эскә ҡараны. Бер нимә лә күренмәй. Ишектең келәһен генә ысҡындырҙы ла соланға күҙ һалды. Иҙәнгә төшөп ятҡан ҡағыҙ остоғо уны тораташ кеүек ҡатырҙы. Ҡулына алып уҡығас ҡайҙа бәрергә белмәй усына йомарланы.
Ут-ҡағыҙҙы эләктереп өй башына йәшерергә менеп тә китте. “Ике ағайҙан ошо ҡара мисәтле ҡағыҙ ғына ҡалырға тейешме икән?” - тип өҙгәләнде ул. Башы һуҡҡан яҡҡа, Наҡаҫ йылғаһы яғына йүгерҙе. Иларға көс тә, хәл дә юҡ.
Ғазаплы көндәрҙең дә бер аҙағы була, тиҙәр. Ул, әлбиттә, шатлыҡлы түгел ине. Әсәһен, райүҙәккә саҡырғандар. Уның хафаланып йөрөүен күреү икеләтә ауыр. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә шул... Энәне тоҡта ла йәшереп булмағандай, көнө килеп еткәндер.
Ҡайтты әсәһе. Бәләкәс кенә булып, сүгеп ҡалғайны. Береһенә лә бер нимә лә өндәшмәне. “Вәүинкәмәттә йығылып киткәнмен, ике ҡайғыны нисек күтәрмәк кәрәк, – тип урындыҡҡа ауып китеүе тағы ла йөрәкте өҙҙө. – Пенсия сыҡты уландарыңа тинеләр.”
Бик оҙаҡ, хәлһеҙ, һынһыҙ ятты. Күрше-күлән ингәндә лә һөйләшмәне. Бер-бер артлы шулай ғазаплы айҙар үттеләр. Ауыл өҫтөндә бик абруйлы булған мөғәлимәләрен хөрмәт иткәс, ярҙам итергә лә тырыштылар.
Йылдан артыҡ шулай һыҙып барған был ауырыу, бер көн килеп әсәлек вазифаһынан бушатты. Көтөп өмөтөн өҙгән бисараға әжәл яҡынлашып, балалары менән хушлашырға бер аҙ еңеллек бирҙе. Ул Мөршиҙәне, бәләкәс Олоҡманын һөйөп, сәй һорап эсте, торорға тырышты. Тәҙрәнән ҡояшлы иртәне күҙәтте. Моңһоу күҙҙәренә йыйылған күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән һөртөп:
- Ә беҙҙә генә иртәләр тыныс. Һуғыш ҡасан бөтөр икән, балалар? Бәлки, яңылыш ҡына, ағайҙарығыҙ ҡайтып төшөр...
Арып, йоҡоға талған кеүек кенә шулай тыныс хушлашыу икәнен береһе лә аңламай ҙа ҡалды. Мөршиҙә ошо ҡот осҡос хәлдән һуң әллә йәшәне, әллә йәшәмәне. Ике ҡайғыны ул йөрәгенә алып, бер үҙе өҙгәләнгәнсе, бәлки шул саҡта әсәһенә әйтергә кәрәк булғандыр? Ә бит ул әсәһен һаҡларға, уның ҡолағына был ҡайғыны ишеттермәҫкә, ҡара ҡағыҙҙарҙы күрһәтмәҫкә теләгәйне бит! Их, хәҙер өс ҡәҙерле кешеләре уның намыҫында кеүек. Эске тауыш уны һәр саҡ эҙәрлекләп йөрөй, уны бикләй, йома бара һымаҡ...Әсәһенең әрнеүле ҡарашы һәм һуңғы һүҙҙәре лә ана шул күңел ғазабын яныртып торғандай йөрәкте һыҙып-һыҙып, әсетеп ала.
Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА.