

Ҡырҙа йәшәгән һәм дөйөм эшкә ҡушыла алмаған яҡташтарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы, Рифат Ишкинин, Шамил Кучуков, Салауат Әлмөхәмәтов, Ғәзим Йәғәфәров, Роберт Кучуков, Азамат Әхтәмов, Илмир Хисмәтуллин, Салауат Күлбаев, Вәкил Нарбиков матди ярҙам күрһәтте. Улар ебәргән аҡсаға өмәселәрҙе ашатыу өсөн аҙыҡ-түлек алынды. Ашнаҡсылар ҙа оло эш башҡарҙы.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Мәнеү йылғаһы яңы көс һәм тәрәнлек алып, үҙ юлын дауам итте. Өмәлә ҡатнашыусылар иһә тыуған ер өсөн файҙалы эштәренән ҡыуаныс һәм ҡәнәғәтлек алып, был эште тағы ла дауам итергә һөйләшеп таралыштылар.