1967 йылдың 1 мартында Мораҡ ауылында донъяға килгән ҡыҙҙың бала саҡтан табип булырға хыялланыуы, урта синыфтарҙа иһә аңлы рәүештә был изге һөнәр эйәһе булырға ҡарар итеүе – Күктәр тарафынан тәғәйенләнгән тәҡдир тип ҡабул итергә була.
Мораҡ беренсе урта мәктәбен тамамлағас, күңеле ҡушыуы буйынса медицина университетына юллана. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1992 йылда Өфө ҡалаһының 38-се дауаханаһында башлай. Унда ике йыл сынығыу алғас, Күгәрсен районына врач-кардиолог булып эшкә ҡайта.
Һәм шул ваҡыттан бирле 31 йыл тыуған яғында халыҡ һаулығы һағында тора. 1999-2008 йылдарҙа поликлиника мөдире вазифаһын атҡара, бер үк ваҡытта врач-кардиолог булып та эшен дауам итә, 2008 йылдан алып – участка терапевты.
- Бала саҡта мин йә тарих уҡытыусыһы, йә табип булырмын тип хыяллана торғайным. Етенселә уҡығанда врач булырға ҡарар итеүемдең сәбәбе – әсәйемдең ҡаты ауырып китеүе булды. Ғәзиз кешемдең сирләүе минең өсөн ошо иң кәрәкле һөнәргә ылыҡтырҙы. Хәйер, ул ғына ла түгел, әсәйем Светлана Әнүәр ҡыҙы Исхаҡова БАССР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре ине, үҙе лә 35 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләне, тиҙ ярҙам фельдшеры булды, 56 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте. Минең табип булырға ҡарар итеүемде хупланы. “Ауыр, унда барма” тип әйтмәне, кешеләргә кәрәкле һөнәр эйәһе булырға теләүемде аңлап ҡабул итте. - Бер урында утыҙ йылдан ашыу эшләү, әлбиттә, еңелдән дә түгелдер. Әммә үҙ эшеңде яратһаң, кешене ҡәҙерләһәң,уның һаулығын ҡайғыртһаң, Хоҙай көс тә бирә.
- Төрлө саҡтар була. 31 йыл эшләү дәүерендә төрлө ваҡиғаларҙы үткәрергә тура килде. Бигерәк тә дежурлыҡ иткәндә. Һәр сирле өсөн ҡайғыраһың, уларҙың хәлен әҙ генә булһа ла, еңеләйтергә, ҡотҡарырға тырышаһың. Эштән ҡайтҡас та әле йөрәк аша үткәреп, нишләп улай булды әле, тәрән уйҙарға баҫылаһың... Әммә үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Әлбиттә, төрлө тәҡдимдәр ҙә булды ваҡытында, әммә һайлаған һөнәремә тоғролоҡ һаҡлау – иң төп тәғәйенләнештең береһелер, моғайын. Оҡшай ғына ла түгел, эшемде ныҡ яратам, бар күңелемде һалып башҡарам,- ти Индира Солтан ҡыҙы.
Әйткәндәй, уларҙың нәҫеленән Баймырҙина Фирҙәүес Ғиниәт ҡыҙы ла ошо өлкәгә тоғролоҡ һаҡлаған хеҙмәткәр. Утыҙ йыллыҡ хеҙмәтте ике осорға бүлгәндә ҡайһыныһы күңелегеҙгә яҡын тип һорайым әңгәмәсемдән.
- Һуңғы 15 йыллыҡ тип әйтер инем, сөнки, нимә генә тиһәң дә, пациенттар менән эшләү яҡыныраҡ та, һөҙөмтәлерәк тә. Поликлиника мөдире вазифаһында башлыса ойоштороу, хужалыҡ эштәре менән мәшғүлһең, пациенттар менән туранан-тура бәйләнмәгәнһең.
Юғары уҡыу йортон тамамлағанда беҙ Гиппократҡа ант бирҙек. 1999 йылдан ул “Табип анты” тип үҙгәртелде, белгестәр ҡулға диплом алғанда шул һүҙҙәрҙе әйтеп, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә тоғро булырға ант итә. Беренсенән, был һөнәребеҙҙең мөһимлеген, кәрәклеген тойорға ярҙам итә; икенсенән, тәртипкә лә өйрәтә.
Һуңғы йылдарҙа халыҡ сәләмәтлеген ҡаҡшатҡан “ковид” эпидемияһы тураһында ла әйтмәй китмәй булмай. Ике йыл көрәштек. Хәҙер ҙә һағайып ҡына иҫкә алабыҙ: нисек үткәрҙек, нисек күтәрҙек икән тип. Бындай хәл мин эшләгән утыҙ йыллыҡта әле булғаны юҡ ине... Күптәрҙе юғалттыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Шуға ла кешеләргә үҙ һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ тип әйтке килә. Йәштән генә түгел, бала саҡтан тәрбиәләргә кәрәк был сифатты, - ти табип.
Йәштәргә лә кәңәштәре бар Индира Солтан ҡыҙының. – Беҙ уҡыуҙы тамамлап, ҡулға диплом алып эш башлағанда өлкән коллегаларыбыҙҙы остаз итеп күреп, тәжрибә уртаҡлаша торғайныҡ. Сөнки иңендә бай белем багажы булған табиптарҙың һүҙе лә, йәштәргә йүнәлеш биреүе лә, кәңәштәре лә кәрәк.
Уңайҙан файҙаланып, шуны ла әйтер инем: район үҙәк дауаханаһына белгестәр етешмәй. Әлеге көндә 12 участкаға 3 терапевт ҡына тәғәйенләнгән, өс сменала эшләйбеҙ. Ҡайҙа ла эш етәрлек, йәштәргә иһә бигерәк тә. Ауырлыҡтан, яуаплылыҡтан ҡурҡмағыҙ, үҙегеҙҙең һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоҡ – пациенттарға яҡын булыуҙан башлана, - ти бөгөнгө ҡунағыбыҙ.
Фиҙаҡәр хеҙмәте менән райондаштарыбыҙ алдында тәрән ихтирам һәм хөрмәт яуаған абруйлы табиптың эшмәкәрлеге етәкселек тарафынан да юғары баһаланған. Индира Солтан ҡыҙы 2007 йылда РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, 2016 йылда иһә Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау отличнигы тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ була.
Пациенттар әйтеүенсә, табиптың яғымлы ҡарашы ғына ла дауалау көсөнә эйәлер. “Сир-сырхауҙы ҡул менән һыпырып алғандай була, йылы һүҙ – йән аҙығы тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер”, - тиҙәр улар.
Тормошобоҙҙа ауыр минутарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлыларға беҙ был көндө барлыҡ изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ һәм һеҙҙең миһырбанлығығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ алдында баш эйәбеҙ.