“Мин – атай ҡыҙы”
“Өс ҡыҙ, бер малай үҫтек ғаиләлә. Беҙҙең әсәй төрлө эштә йөрөнө: сөгөлдөр ҙә утаны, быҙау ҙа ҡараны, ауыл кешеһе нимә эшләй – шуны эшләне. Фермала быҙау ҡарағанында ла беҙ ҡуша йөрөнөк, быҙауҙар тәрбиәләштек. Элек ундағы тәртипкә, таҙалыҡҡа хайран ҡалырлыҡ ине: мал торған ерҙә мейескә ут яғып йылыталар, ап-аҡ итеп аҡланған, таҙа.
Иң бәләкәс ҡыҙ булғанғамы, атайым мине ныҡ яратты. Бесәнгә барғанда ла, мине ултыртып алып китер ине. Утынға барһа ла, эйәртте. Балта, сүкеш тотоп, эшкә лә өйрәтте.
Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте матур ғына тамамланым. Беҙҙең уҡытыусылар һәйбәт булды, ныҡлы белем бирҙеләр. Ә гәзит эшендә улар биргән белемдең ни тиклем дә кәрәкле, ни тиклем дә ҡиммәтле булғанлығына төшөндөм. Уҡытыусыларҙың абруйы көслө булды.
Атайым гәзиттә район типографияһында эшләү өсөн уҡыусылар йыйыла тигәнде уҡып, Мораҡҡа барып минең исемгә Өфө ҡалаһының 1-се һанлы полиграфия училищеһына йүнәлтмә алып ҡайтҡан. Мәктәптән һуң ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тыуырға ла тейеш түгел һымаҡ, минең яҙмыш шулай хәл ителде. Иртәгәһенә үк юлға сығырға. Кис булһа ла, ауыл фельдшерына сығып, справка юллай һалып, таң менән Өфө ҡалаһына юлландыҡ.
Училищела уҡығанда иң ауыры - русса һөйләшә белмәү ине. Аңлауын аңлайым, тик рус әҙәбиәте дәресендә бит Достоевский, Чехов, Тургенев әҫәрҙәрен һөйләргә кәрәк. Яңылыш әйтеп ҡуйһам, оят булыр тип тартына торғайным. Беҙ бит ауылда тик башҡортса ғына уҡыныҡ. Рус теле дәрестәрендә лә аңламаған ерҙәрен башҡортсалап аңлата торғайнылар.
Ауыл мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен Ирек Кинйәбай улы Сафин алып барҙы. Грамматиканы ныҡлы өйрәткән өсөн ул уҡытыусыға мин хәҙер ҙә рәхмәтлемен. Гәзит текстарын йыйғанда ошо белем ныҡлы ярҙам итте. Тәүге уҡыу йылы ауырыраҡ булһа ла, икенсе, өсөнсө уҡыу йылдары анһат бирелде. Тағы ла ауылда үҙебеҙҙең математика дәресе уҡытыусылары – Тәғзимә еңгәм менән Ғәйнулла ағайымдың төплө белем биреүе лә училищела уҡығанда бик урынлы булды. Хатта бер ваҡыт концерт менән ҡайҙалыр сығыш яһарға тейеш инек (ансамблдә йырлап йөрөнөм), ә ул көндө имтихан булырға тейеш ине, мине алгебра дәрестәрен алып барыусы уҡытыусы концертҡа ебәрҙе. Мин һиңә ышанам, һин барыбер имтихандарҙы һәйбәт итеп тапшырасаҡһың, тине. Концертта сығыш яһап, икенсе көндө бер үҙем имтихан тапшырҙым.
Ныҡ тырыштыҡ, уҡытыусылар ҙа маҡтап торҙо. Махсус технология уҡытыусыһы “Учитесь как Исянгильдина” тип кенә торҙо, өлгө итеп ҡуйҙы.
Беҙҙең йүнәлеш буйынса спецтехнология дәрестәре бик йәнле үтә торғайны. Оло ғына уҡытыусы линотип (хәреф йыйыу) машинаһының төҙөлөшөн, нисек итеп эшләргә тейешлеген ентекле итеп өйрәтте. Уҫал уҡытыусы тип күптәр унан ҡурҡтылар, ә миңә ошо предмет киреһенсә еңел бирелде. Шул предмет буйынса алған белем эшләү дәүерендә ныҡ ярҙам итте.
“Тәүге сынығыу – Матбуғат йортонан башланды”
“Беҙ уҡыған училищела редакцияла, типографияла эшләй торған белгестәр әҙерләнеләр. Уҡып бөткәс, Матбуғат йортонда практика үттем. Практика үтеү өсөн дә конкурс булды, шул ярышта (кем күпме ваҡытта текст йыя) еңеп тиемме, төп йортта хеҙмәт башлауға өлгәштем. Беҙҙең ауылдан Юлай ҙа печатник булып эшләй ине унда. Йәштәрҙе өйрәтеп, ярҙам итеп ебәрҙе, машинкалар ватылһа, йүнәтеп тә бирер ине.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында хеҙмәт юлы башланған саҡтарымды һағынып иҫкә алам.
Өсөнсө курста уҡығанда (1980 йылдың апрель айы ине) дәүләт имтихандарына тиклем практика үтергә тип мине Хәйбулла районына ебәрҙеләр. Мин йүнәлтмә буйынса уҡыным тип ҡараным, ишетеүсе лә булманы, шикелле. Илай-илай килеп сыҡтым комиссиянан. Ҡайҙа бараһың, элек бит ҡайҙа уҡыһаң да, мотлаҡ практика, отработка тигән нәмәләр була торғайны. Шул тиклем алыҫҡа барырға ҡурҡыта, таныш түгел яҡтар! Ярай әле, тағы ла ике ҡыҙ минең менән бергә булды. Сибай поезында бергә барҙыҡ. Улар Әбйәлил районына тәғәйенләнгәндәр, уларға еңелерәк – икеһе лә бер типографияға баралар. Ә мин бер үҙем! Сибайға килеп төшкәс, һорашып автостоянканы саҡ барып таптым. Бәләкәй генә вагончик икән. Бер генә автобус, халыҡ күп, билеттар һатылып бөткән. Ҡала ере булһа ла, халыҡтың башҡортса һөйләшеүе күңелгә ниндәйҙер еңеллек биргән кеүек булды.
Хәҙер нишләргә? Был автобустан тороп ҡалһаң, ҡайҙа бара беләһең? Кемдеңдер әйтеүе буйынса, ҡыйыулығымды йыйып, автобустың водителе менән һөйләшеп ҡарарға булдым. Өлкән генә водитель, автостоянканан саҡ ҡына ситтәрәк боролошта көтөп тор, ултыртып алырмын, тине. Сумаҙанымды һөйрәп киттем шул яҡҡа. Минән башҡа ла унлап кеше булғандыр. Көтөп торабыҙ. Билетлы пассажирҙарҙы ултыртҡас, автобус яйлап ҡына килеп туҡтаны, халыҡ тиҙ генә автобусҡа тула башланы. Мин дә йәһәтләп инеп урынлаштым. Ишек төбөндә баҫып барырға ике сәғәт. Шулай ҙа ризалаштым. Ят ҡалала тороп ҡалып булмай, нисек тә тәғәйенләнгән урынға барып етергә кәрәк. Аяҡта үксәле туфли! Нисек барып еткәнемде үҙем генә беләм. Шулай этлек менән булһа ла, килеп еттем Аҡъярға. Алтаҡтаны күргәс, илап ебәрҙем хатта. 18 генә йәш! Бер ҡайҙа ла ситкә сығып йөрөп өйрәнелмәгән!
Водителдән һорашып, автовокзалға етмәҫтән төшөп ҡалдым. Типографияны эҙләп табып барып индем. Коридорға ингәс, бер аҙ аптырап торҙом әле. Бер ваҡыт ниндәйҙер ағай килеп сыҡты ла, сумаҙан күтәреп ҡайҙан киләһең, кем кәрәк ине, тип һораны. Башҡортсалап өндәшкәс, нисектер һөйләшеп китеүе еңел булды. Мине ошонда эшкә ебәрҙеләр, типография директоры кәрәк ине, тинем. Әйҙә, күрһәтәм, тип алып инеп китте типографияға.
“Хәйбулланы һағынам”
Эшләй башлағас был ағайҙың редакцияның фотокорреспонденты икәнен белдем. Шаян ғына кеше була торғайны. Директор мине күргәс, эй, балаҡай, нисек килеп еттең тип, ҡыуанысынан ҡосаҡлап уҡ алды. Нишләп ҡыуанғанын һуңынан аңланым – русса гәзит йыйыусы ауырып киткән, шуның урынына машина менән хәреф йыйыусы кәрәк булған икән. Аҙыраҡ һөйләшеп, документтарымды ҡарап сыҡҡас, коллектив менән таныштырып сыҡты, цехтар буйлап йөрөгәндә мөләйем апайҙар арҡамдан һөйөп ҡаршы алдылар. Һуңынан фатирға урынлаштырҙылар. Өс ҡыҙ бергә йәшәнек. Бәхетемә күрә, Фирҙәүес исемле ҡыҙ менән училищела бергә уҡыныҡ, ул дөйөм ятаҡта беҙҙең бүлмәгә ҡаршы яҡта ғына йәшәй торғайны. Фирҙәүес 10 кластан һуң уҡығас, ике йыллыҡта булды. Ҡул менән хәреф йыйыусы булып бер йыл инде отработкала икән. Икенсе ҡыҙ Әнисә Йылайыр районынан ҡағыҙ ҡырҡыусы булып эшләне. Ҡыҙҙар менән татыу йәшәнек. Эшкә бергә барабыҙ, бергә ҡайтабыҙ.
Икенсе көндө үк тәжрибәм булмаһа ла, миңә район гәзитен рус телендә йыйыуҙы ышанып тапшырҙылар, нисек кенә ҡыйын булмаһын, тырыштым, гәзитте ваҡытында сығарырға кәрәк бит (ул йылдарҙа аҙнаһына өс тапҡыр сыға, линотиптар боҙола, йүнәтеүсе оҫталар юҡ, төндә булһа ла ҡалып эшләйһең, гәзит сыҡмайынса ҡайтыу юҡ, партия заманы). Эшләгән эш хаҡыңдан 67% училище иҫәбенә күсә, ә 33% үҙеңә ҡала. Мин һәр ваҡыт һәйбәт эш хаҡы алып эшләнем.
Өс ай эшләп, дәүләт имтихандары тапшырырға киттем училищеға. Һынауҙар башланғанда саҡ килеп еттем. Гәзитте йыйыусы кеше булмағас, эште ташлап иртәрәк китеп булманы. Төркөмдәш ҡыҙҙар ике - өс көн алдан килгән. Төркөмдө етәкләгән оҫта мине ишек төбөнә үк сығып ҡаршы алды. Аллаға шөкөр, имтиханды һәйбәт итеп тапшырып сыҡтым. Ишек төбөндә йыйылышып көтөп торабыҙ, баһаларҙы сығып әйтте. Комиссия ағзалары кемде ҡайҙа ебәрергә икәнлеген билдәләү өсөн йыйылды. Утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ йөрөйбөҙ. Барыбыҙҙы ла йыйып, кем ҡайҙа барасағын белдерҙеләр. Республиканың район типографияларына бүлделәр. Мин исемлектә юҡ, ә мин ҡайҙа тиһәм, һиңә исемле саҡырыу, тағы ла Хәйбулла тимәһендәрме! Илап ебәрҙем, һин яҡшы эшләгәнһең, училищеға иң юғары эш хаҡын күсереүсе һин эшләгән типография, шуға район һиңә исемле саҡырыу ебәргән, имеш.
Имтихандарҙан һуң, дипломды ҡулға алғас, тағы ла Хәйбуллаға юлландым. Ярай, таныш ҡыҙҙар бар, өс ай эшләү дәүерендә ярайһы ғына кешеләр менән танышылды, коллектив татыу, директор әллә кем итеп күреп, ярҙам итеп тора, тип үҙемде йыуатам.
Шулай итеп, мин хәҙер инде ике йыл отработка үтергә тип, Аҡъярға ҡабат килдем. Эштәр көйлө генә барҙы, директор Ишимов ағай (нишләптер уны бөтәһе лә шулай тип атайҙар ине) һәр ваҡыт йылы һүҙе менән дәртләндереп торҙо. Коллективтағы оло апайҙар (Фәрзәнә, Уралбикә, Асия – ҡул менән хәреф йыйыусылар) кәңәштәрен биреп, кәрәк ерҙә өйрәтеп ебәрә торғайнылар, машина менән хәреф йыйыусы Гөлсөм, Асия апайҙар (беҙ өсәү бер цехта эшләнек) менән аңлашып, берҙәм булып эшләнек. Тәжрибә тупланым.
Редакцияның партия ойошмаһы секретары партияға инергә бик өгөтләһә лә ҡаршы булдым, районға эшкә ҡайтҡас, барыбер партияға алдылар. Партия ни ҡушһа, шунда булырға тейеш замандар ине, сит районда ҡалыуҙан ҡурҡтым. Ваҡыт үткән һайын, дуҫтар күбәйҙе, редакцияла эшләгән йәштәр менән берләшеп, комсомол йыйылыштары, өмәләр үткәреп, дәртләнеп эшләнек, күңелле итеп ял итә белдек. Бергә йәшәгән, эшләгән ҡыҙҙар менән арыу тигән нәмәне белмәнек – ял көндәрендә тик ятҡансы тип, типографияға килеп гәзиттән тыш заказдар йыйҙыҡ. Эшләүеңә ҡарап, эш хаҡы ла түләнә бит. Техничка ауырып йә отпускыға китһә, уның урынына иҙән дә йыуҙыҡ, гәзит һананыҡ (баҫма машинка артында йөҙәрләп һанап гәзитте тоҡтарға тултырып тора торғайнылар). Ә гәзитте гел төнгө сменала баҫалар, иртәнге етелә почта машинаһы тоҡтарҙы килеп ала торғайны.
1982 йылдың июнендә үҙебеҙҙең районға командировкаға килдем. Бында ла шул хәл – гәзит йыйыусы юҡ, мине бер-ике аҙнаға тип эшкә ебәрҙеләр. Район типографияһы директоры Владимир Мартемьянов (мәрхүм) үҙебеҙҙең ҡыҙҙы ҡырға ебәрмәйем тип, министрлыҡҡа мөрәжәғәт яҙып, шул йылдың август айында мине Күгәрсен районына эшкә күсереп алды. Шунан башлап минең хеҙмәт юлым район типографияһы менән бәйле булды.
Йырлай-йырлай йыйҙым хәрефтәрҙе, миңә хәреф йыйыу бик оҡшай. Хәҙерге көндә лә кемгәлер текстар баҫып бирергә кәрәкһә, шатланып эшләп бирәм. Мине ошо һөнәргә уҡырға алып барғаны өсөн атайыма шул тиклем рәхмәтлемен! Аллаға шөкөр, хәҙер инде күп йылдар эшләп, хаҡлы ялдамын. Юлымда һәйбәт кешеләр юлдаш булды. Хәйбулла районында эшләгән ваҡытта мине эшкә өйрәтеүсе апай, ағайҙарҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Уларҙы күпме йылдар үтһә лә онотмайым.