

“Мораҙымдың моңло хазинаһы”н ойоштороусылар - Күгәрсен районы хакимиәте, район мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәниәт һарайы. Улар әйтеүенсә, мәҙәни сара халыҡ милли уйын ҡоралдарында уйнау, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереү, милли уйын ҡоралын эшләүсе оҫталарға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.
Дәртлеләр миндек бәйләү, сәскәләрҙән таждар үреү ярыштарында ҡатнашты.
Салғысылар конкурсында иһә ғүмер буйы салғы менән бесән сапҡан оло ағай-апайҙар ҙа ҡулдарына ошо эш ҡоралын алды.
"Мораҙымдың моңло хазинаһы" фестивалендә еңеүселәр хаҡында тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.