Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Июнь 2023, 11:15

Һай, оҫталар!

Ниндәй генә оҫталар юҡ беҙҙең арабыҙҙа! Сара башланыр алдынан аҡланға  теҙелгән күргәҙмәләр менән танышыу барышында күптәр шундай уйға килгәндер...

Һай, оҫталар!Һай, оҫталар!
Һай, оҫталар!

Юлдыбай ауылы уҙаманы Хәйҙәр Әбделмәновтың ҡумыҙҙары, Урал Хөснуллиндың милли уйын ҡоралдары һәм уҡ-һаҙаҡтары, Нилә Сафинаның милли орнаменттар төшөрөлгән футболкалары, Флорида Кәримованың заманса материалдарҙан эшләнгән сәскәләре, сувенирҙары, Сәриә Ғәлиеваның сәйлән менән биҙәлгән ҡашмауҙары һәм һаҡалдары һ.б. һ.б.  Уларҙың ҡул эштәре бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән был оҫталарҙы район мәҙәниәт бүлеге дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләне.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас