

*Һәр көн иртәнсәк ас ҡарынға 1 аш ҡалағы етен орлоғо ашағыҙ. Ныҡлап сәйнәп, артынан йылы һыу эсегеҙ. Ярты сәғәттән һуң ғына ашарға мөмкин. Был организмды таҙарта. Бит тиреһе лә тигеҙ һәм шыма булып ҡала, ябыҡтыра ла, сәс һәм тырнаҡ та нығына. Тик иҫегеҙҙә тотоғоҙ: организмда таш булһа, етен орлоғон ҡулланырға ярамай.
*Мөмкин тиклем күберәк бешкән сөгөлдөр ашағыҙ. Ул ҡанды таҙарта. Ә ҡаны һауҙың тәне сәләмәт, бит тиреһе матур була.
*Көн һайын 50 грамм сәтләүек ашағыҙ, төрлөһөн, үҙегеҙгә оҡшағанын. Сәтләүек файҙалы матдәләргә бик бай, сәс һәм тырнаҡтар нығыныр.
*Көн дә, йоҡларға бер сәғәт ҡалғас, битегеҙгә глицерин менән Е витамины ҡатнашмаһын һөртөгөҙ. Уны әҙерләү бик еңел. 30 грамм глицеринға 10 капсула Е витаминын ҡушығыҙ (капсуланы тишеп, шыйыҡсаны һығып сығарырға). Йыуылған биткә еңелсә массаж менән һөртөгөҙ. Глицерин һеңгәнсе бит йәбешкәк булыр. Көн дә иртән һырҙарҙың кәмей барыуына үҙегеҙ шаһит булырһығыҙ.
*Бит тиреһен йомшартыу һәм ағартыу өсөн яңы әҙерләнгән кәбеҫтә һутын ҡулланғандар. Кәбеҫтә япрағын төйгөсләп, һутын сығарығыҙ. Уға әҙерәк ҡатыҡ ҡушып, бит тиреһенә һөртөгөҙ ҙә, ун минут тотҡандан һуң, йыуығыҙ.