+24 °С
Ямғыр


Рәсәй көнөнә арналған тантаналы сарала ауыл биләмәһе хакимәттәре башлыҡтары ла тәбрикләнде. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре һәм “Күгәрсен районының халыҡ башлығы” тауыш биреү сараһында еңеү яулағандары өсөн Ибрай ауыл биләмәһе башлығы Рәил Иҫәнбирҙин, Йомағужа ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Сабитов һәм Нуҡай ауыл биләмәһе башлығы Риф Байғүбәков район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.