Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Июнь 2023, 07:20

Ағинәйәр тәжрибә уртаҡлашты

Йомағужа ҡасабаһында йәшәүсе Рәйхана апай Йәмилева район ағинәйҙәрен өйөнә саҡырып, "пицца" тип аталған ҡорама ҡороуҙың бөтә нескәлектәренә өйрәткән.

Ағинәйәр тәжрибә уртаҡлаштыАғинәйәр тәжрибә уртаҡлашты
Ағинәйәр тәжрибә уртаҡлашты

 

"Пандемия башланғас, өйҙә генә ултырырға тура килде бит инде. Шуға нимә менән булһа ла ваҡыт үткәрер өсөн, интернеттан ҡарап өйрәндем",- ти ул. Үҙе һымаҡ йыйнаҡ, ыҡсым ғына өйө, ысынлап та, музейҙы хәтерләтә. Ихатаһынан алып өйөнә тиклем үҙенең ҡул эштәренән күргәҙмә лә ҡуйған.

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре, шул матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырған Рәйхана апайға, оҫта ҡулығыҙға күҙ теймәһен, ана шундай күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәрегеҙ менән кешеләрҙе һөйөндөрөп тороғоҙ тип кенә әйтәбеҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас