Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июнь 2023, 10:29

Батып үлеүселәр күп

Түләбай ауылы быуаһында 29 йәшлек ир батҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары уның кәүҙәһен эҙләп тапҡан.

Батып үлеүселәр күп
Батып үлеүселәр күп

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ялдарҙа ғына республика һыу ятҡылыҡтарында биш ир-ат батып үлгән.

Тәүге осраҡ Мәләүез ҡалаһы янындағы күлдә була. Бында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һыуҙан 40 йәшлек ирҙең кәүҙәһен таба һәм уны полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.

Тағы бер осраҡ Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә теркәлә. Ҡотҡарыусылар Ҡариҙел йылғаһынан билдәһеҙ ирҙең кәүҙәһен сығара. Әле уның шәхесе асыҡланмаған.

Учалы районында урындағы карьерҙа 19 йәшлек егет батҡан. Был турала шаһиттар хәбәр иткән. 


Күгәрсен районының Түләбай ауылы быуаһында 29 йәшлек ир батҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары уның кәүҙәһен эҙләп тапҡан.

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы янында Ағиҙел йылғаһында 28 йәшлек ир батҡан. 

Әле көндәр эҫе тора, бөтә кеше тиерлек һыу буйында. Махсуслаштырылған пляжда ғына һыу инегеҙ, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ, был ҙур фажиғәгә килтерә. 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: