Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2023, 10:55

Тыуған еренә ереккән

Уңған ҡатын ул таба, тиҙәр. Тәүәкән ауылында йәшәүсе Шәһүрә инәй тормош иптәше Хәсән Шәғәли улына өрлөктәй ете ул бүләк итә. Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, тиҙәр бит. Бер туған Фаил, Рәфис, Хаживәли, Рәсүл, Хөсәйен, Марат һәм Айҙар  Шәһәровтар бәләкәйҙән балта-бысҡының, көрәк-һәнәктең ни икәнен белеп, ата-әсәһенә оҡшап тырыш, эшһөйәр булып үҫә.

Тыуған еренә ереккән
Тыуған еренә ереккән

Оло үкенескә күрә, Айҙар йәшләй вафат була. Ҡалған егеттәр иһә гөрләтеп донъя көтәләр. Әйткәндәй, уларҙың дүртәүһе тыуған ауылында төпләнгән.

 Ағай-энеләрҙең  береһе -  Рәсүл ағай Шәһәров өлгөлө ғаилә башлығы ғына түгел, ә “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһының иң тырыш эшсәндәренең береһе лә.

1993 йылдан алып тәүҙә “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозында, хәҙер инде “Тәүәкән”хужалығында механизатор булып эшләй ул.  Үҙе һымаҡ уңған, тырыш

тормош иптәше Зөлфиә Рәил ҡыҙы (ул “Бәпембә” балалар баҡсаһында эшләй) сәскәләй 4 ҡыҙ үҫтергән. Хәҙер инде ҙур ҡыҙҙары Рузилә үҙе әсәй, ул тормош иптәше Илнар менән Тамерлан исемле ул үҫтерә. Наҙгөл “Тәүәкән” хужалығында бухгалтер булып эшләй. Нурсилә Мәләүездә ашнаҡсыға уҡып йөрөй. Төпсөктәре Азалия иһә быйыл Тәүәкән мәктәбенең 8-се класын тамамлаған.

 ***

 Бер-береһенә терәк-таяныс булып, иңде-иңгә ҡуйып йәшәй бер туған эғай-энеле Шәһәровтар. Үҙҙәре лә, ҡатындары ла, балалары ла үҙ-ара татыу булғас, ололар әйтмешләй, ашы ла, эше лә бергә уларҙың. Инде оло йәшкә еткән, һәр ваҡыт балаларының хәстәрлеген тойоп йәшәгән Шәһүрә инәй өсөн ошонан да ҙур ҡыуаныс юҡтыр!

***

 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: