+16 °С
Болотло
Ғөбәйҙуллин Ринат Рәфҡәт улы Йомағужа ауылында 1982 йылдың 28 июлендә донъяға килә. Йомағужа 1-се урта мәктәбен тамамлағас, Мораҡ һөнәрселек лицейында уҡый. 2000-2002 йылдарҙа тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәй. Байтаҡ йылдар Волгоград өлкәһе ойошмаларында эшләй.
Махсус хәрби операция башланғас, Ринат Рәфҡәт улы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға ҡарар итә. 2023 йылдың 1 ғинуарында контракт төҙөй. Рядовой Ғөбәйҙуллин 2023 йылдың 11 майында хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк була, ошо ҡаһарманлығы өсөн ул Батырлыҡ ордены менән наградлана.