Венераның атаһы менән әсәһе хәҙер мәрхүм инде... Ғәфүрйән Сәлимйән улы “Эйек” предприятиеһында, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә, артабан оҙаҡ йылдар һалым органдарында, Пенсия фондында эшләһә, Гөлфирә Ғәйнулла ҡыҙы тәүҙә сауҙа тармағында, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә, аҙаҡ район элемтә селтәрендә иҡтисадсы, баш бухгалтер булып тир түгә. Балаларында тырышлыҡ, эшһөйәрлек кеүек матур сифаттар тәрбиәләй улар.
Венера Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад һәм финанс менеджменты факультетын тамамлаған. Әйткәндәй, уның хәрби званиеһы ла бар – лейтенант, запастағы офицер.
Шулай уҡ Аксеновтың эшҡыуарлыҡ мәктәбендә ситтән тороп уҡып, “Иҡтисадсы, бухгалтер”тигән яҙыу яҙылған ҡыҙыл дипломға эйә була.
9 йыл Күгәрсен районы хәрби комиссариатында эшләй.
2016 йылда атҡарған вазифаһы бөтөрөлөү сәбәпле, эшендә “ҡыҫҡартыуға” эләгә. Өс ай дауамында күпмелер аҡса түләнгән осорҙа үҙенә ниндәй ҙә булһа шөғөл табырға тип оҙаҡ уйлана һәм маникюрға уҡырға ҡарар итә. Ул саҡта, әлбиттә, осраҡлы ғына һайлаған йүнәлеш киләсәктә яратҡан шөғөлгә, төп һөнәргә әйләнер тип башына ла килтермәй.
Бейеүсе бейей-бейей оҫтарғандай, ошо йылдар эсендә Венера һөнәри яҡтан ныҡлы үҫешә, яҡшы оҫта булараҡ таныла. Бөгөнгө көндә уға мөрәжәғәт итеүселәр бик күп: һәр ваҡыт күркәм күренергә теләгән гүзәл заттар оҫтаға алдан яҙыла, бер килгәндәр иһә даими клиентҡа әйләнә.
Үҙе белгәндәрҙе башҡаларға ла өйрәтеү хыялы менән яна ул: тиҙҙән тырнаҡ үҫтереү сервисы буйынса курс асасаҡ. Аромастилист булараҡ та танылған Венера...
Венера уңған хужабикә һәм хәстәрлекле әсә лә. Тәмле итеп бешеренергә яырата, баҡса үҫтерә. Ҡыҙы Аэлита Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 6-сы класын тамамлай. Ул да әсәһе һымаҡ сәнғәткә ғашиҡ: Балалар ижад йортоноң “Веретенце” фольклор һәм “Ҡыпсаҡ” бейеү ансамблдәрендә шөғөлләнә, мәктәптә тик “5”-легә генә өлгәшә, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша.